Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
6 Май 2022, 12:05

Исемкәйе ҡалды тарихта...

- 9 июлдә алып ҡайттылар ҡустымды, ә 10 июль уның да, минең дә тыуған көндәр ине, атайым мәрхүм улын ул көндө ерләтмәне, 19 йәшендә өйҙә булһын әле, тине. 11 июлдә мәңгелек йортона оҙаттыҡ туғанымды. Миннегәрәйҙе ерләгәс, атайҙың сәсе күҙ алдында ағарҙы, - тип иҫләй ул көндәрҙе Рәйсә апай.

Исемкәйе ҡалды тарихта...
Исемкәйе ҡалды тарихта...

Миллиондарса йөрәккә ғүмерлек яра булып уйылған афған һуғышы 9 йыл да 1 ай һәм 19 көн дауам итә. 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем барған ҡан ҡойошта ҡатнашҡан ҡаһарман яҡташтарыбыҙ араһында Муллағол ауылы егете Миннегәрәй Кәримов та була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул тыуған яғына цинк табутта ҡайта. Беҙ Миннегәрәй Нурғәле улының бер туған апаһы, бөгөн Өфө районының Зубово ҡасабаһында йәшәгән Рәйсә Нурғәле ҡыҙы Шәрәфетдинова менән бәйләнешкә сыҡтыҡ һәм уның  мәрхүм ҡустыһы хаҡындағы хәтирәләрен уртаҡланыҡ.

- Беҙ 7 балалы ишле, эшһөйәр ғаиләлә тәрбиәләндек. Әсәйебеҙҙе ауыр сир баҡыйлыҡҡа алып киткәндә, Миннегәрәйгә ни бары 5 кенә йәш ине. Бала сағынан бик тәртипле, егәрле булды ул, кешеләргә ярҙамсыллығы менән айырылып торҙо. Армияға киткәнсе ул ваҡыттағы «Ағиҙел» колхозында тракторсы булып эшләне, хеҙмәткә китергә ике көн ваҡыт ҡалғайны үҙенә, көтөүемде көтөргә кеше юҡ тип бошоноп күрше инәй килеп инде. «Ҡайғырма, инәй, һалдатҡа киткәнсе үҙем көтөп китермен», - тине лә, ысынлап та, әйткән һүҙен тотоп, инәйҙең көтөүен көтөп биреп, вәғәҙәһен үтәп китте, - тип хәтер йомғағын һүтә әңгәмәсем.

Һалдатты армияға оҙатырға олоһо ла, кесеһе лә килә, хатта яҡын-тирә ауылдарҙан кеше йыйыла. Ир-егеттәрҙе һуғышҡа оҙатҡанда ошолай ғәм халыҡ йыйыла торғайны, был ни хәл һуң әле, тип оло йәштәге инәйҙәр аптырашҡа ҡала. Әйтерһең дә, Миннегәрәйҙәренең тыуған ауылына әйләнеп ҡайтмаҫы шунда уҡ билдәле булған да, һәр кем уны һуңғы тапҡыр күреп ҡалырға тырышҡан...

- Ҡустым гармунсы булды, дәртле көйҙәренә кемдәрҙе генә бейетмәне лә, моңло йырҙар йырлатманы икән? Башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙып торғас, яраттылар шул үҙен, - ти Рәйсә апай.

Миннегәрәй Кәримов армияға Мәләүез хәрби комиссариатынан алына. Башта Выборг ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә, радист һөнәрен үҙләштерә, һуңынан Ташкентҡа китә, унан Афғанстанға оҙатыла.

- Эсенә 10 һум аҡса һалынған, беҙҙе Афғанстанға алып киттеләр тигән бер генә һөйләмле бәләкәй конвертта хат алдыҡ беҙ, шунан белдек тә инде уның ут эсенә инеп киткәнен. Февраль айында китте лә, июлдә һәләк булды, - Рәйсә Нурғәле ҡыҙы ул көндәрҙе күҙ йәштәре аша хәтерләй.

Хаттары йыйылып килер була һалдаттың, һеҙгә бындағы хәлдәр тураһында ҡайтҡас һөйләрмен әле, тип яҙа ул, әммә яҡындарына уның күргән-кисергәндәрен ишетергә яҙмай, улар мәңгелек сер булып, һалдат менән ҡуша гүргә инеп китә.

- 9 июлдә алып ҡайттылар ҡустымды, ә 10 июль уның да, минең дә тыуған көндәр ине, атайым мәрхүм улын ул көндө ерләтмәне, 19 йәшендә өйҙә булһын әле, тине. 11 июлдә мәңгелек йортона оҙаттыҡ туғанымды. Миннегәрәйҙе ерләгәс, атайҙың сәсе күҙ алдында ағарҙы, - тип иҫләй ул көндәрҙе Рәйсә апай.

Ҡәһәрле ҡан ҡойоштан цинк табутта ҡайтҡан тәүге һалдаттар исемлегендә була яҡташыбыҙ.

- Кандагарҙа, мәшхәрҙең эсендә йөрөгән туғанымдың хеҙмәттәш егеттәре менән һөйләшергә тура килде, унда кисергәндәренең барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләмәһәләр ҙә, күрмәгәндәре ҡалмағанын, ас һәм һыуһыҙ интеккәндәрен аңланым, - әңгәмәсем башҡаларҙан ишеткәндәре менән уртаҡлаша.

Хәрби машинала китеп барғанда, дошмандар водителдәрен атҡас, рулгә Миннегәрәй Кәримов үҙе ултырған була.

- Беҙҙең атайыбыҙ ҙа һуғышты үткән кеше ине. Башта ул ил алдындағы бурысын үтәй, унан һуғышҡа барып инә, 8 йылдан һуң тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Мин нисәмә йыл йөрөп, ҡан ҡойоштан иҫән-имен ҡайттым, ә баламды ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә юҡ иттеләр, тип һыҙланды атайым, - Рәйсә апайҙың күңел кисерештәрен күҙ йәштәрһеҙ, тыныс ҡына тыңлап булмай, уның һөйләгәндәре йөрәкте һыҡрата.

Яҡташыбыҙ Миннегәрәй Кәримов бала сағынан уҡ зиһенле, аҡыллы бала булып үҫә, китап уҡырға ярата. Уны бигерәк тә геройҙарҙың ҡаһарманлығы тураһында яҙылған әҫәрҙәр ҡыҙыҡһындыра.

- Кисен ғаиләбеҙ бергә йыйылһа, атайым арҡан ишә, мин шәл бәйләйем, ә ҡустым беҙгә ҡысҡырып китап уҡый, атайҙан һуғыш тураһында һораша ине. Зоя Космодемьянская кеүек геройҙар тураһында уҡый ҙа, ни эшләптер йыш ҡына, ошолай исемең тарихта тороп ҡалһа ине ул, тип ҡуя ине. Әйткәне тура килде әллә, бына бит, туғанымдың исеме лә тарихта ҡалды. Аптраҡ ауылы мәктәбе уның исемен йөрөтә, күптән түгел ҡаланың Дан аллеяһында Афғанстандағы хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған ҡаһарман яҡташтар иҫтәлегенә асылған һигеҙ стела араһында уның исеме бар, ҡустым беҙгә таш һын булып ҡайтты, - апай менән әңгәмәбеҙ ошо урында тамамлана.

Рәйсә Нурғәле ҡыҙы Афғанстандағы хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған ҡаһармандарҙың, шул иҫәптән уның бер туған ҡустыһы Миннегәрәй Кәримовтың исемен мәңгеләштереү кеүек сауаплы һәм изге эш башҡарыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа, ҡала хакимиәте башлығы Азамат Хәсәновҡа, Афғанстан ветерандары союзы ойошмаһы рәйесе Виктор Дмитриевҡа, Нурулла Шәрәфетдиновҡа һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

    Афғанстандағы ҡәһәрле ҡан ҡойошта 620 мең совет һалдаты һәм офицеры ҡатнаша. Бөтәһе 14453 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлә, күптәре хәбәрһеҙ юғала йә әсирлеккә төшә, 35 мең кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала.

1988 йылдың май айында совет һалдаттары Афғанстандан сығарыла башлай һәм 1989 йылдың 15 февралендә һуңғы подразделение Тыуған илгә ҡайта. Әйләнеп ҡайта алмағандары беҙҙең яҡташыбыҙ Миннегәрәй Кәримов кеүек мәңге йәш һалдат булып, таш һындарҙа ғына түгел, тереләрҙең күңелендә һәм хәтерендә йәшәй...

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: