Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
1 Июль 2022, 15:12

Өфөлә ҡайҙа ҡорбан салырға?

Мосолмандарҙың иң оло байрамдарының береһе - Ҡорбан байрамын үткәреүгә әҙерлек башланды.

Өфөлә ҡайҙа ҡорбан салырға?
Өфөлә ҡайҙа ҡорбан салырға?

Дини йолаларҙы Зинино ауылы эргәһендәге “Ҡарауан” сауҙа үҙәге янында һәм Төньяҡ автовокзал биләмәһендә үтәргә мөмкин. Байрам көнөндә мәсеттәрҙә диндарҙарға ғибәҙәт ҡылыу рөхсәт ителәсәк. 30 июндә Өфө Хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский ҡатнашлығында комиссия ултырышы үтте. 

Баш ҡаланың дини ойошмалары вәкилдәре менән берлектә ҡала хеҙмәттәре санитар нормаларға ярашлы байрам сараларын үткәреү өсөн төп иғтибар бирергә тейешле йүнәлештәрҙе билдәләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Ҡорбан байрамы 9 июлдә уҙасаҡ.

Фото: gtrk.tv

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: