Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
7 Июль 2022, 22:35

Баймаҡ районында яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды

Был хаҡта район башлығы Фәнис Әминев хәбәр итте.

Баймаҡ районында яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды
Баймаҡ районында яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды

Баймаҡ районының Аҡморон ауылында яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалына башланы.  Был хаҡта район башлығы Фәнис Әминев хәбәр итте.

Мәсет төҙөү тураһында ҡарар ауыл халҡы йыйылышында ҡабул ителде. Газобетон блоктарҙан төҙөләсәк мәсеттең майҙаны  180 квадрат метр буласаҡ. 

«Күп быуатлыҡ йолаға ярашлы, мәсет мосолмандар йыйылышының көндәлек урыны булып тора. Ғибәҙәтхананы асыу - ерҙәге тыныслыҡ гаранты, сөнки ғибәҙәтханалар аша кешеләр рухи-әхлаҡи тәрбиә ала. Тап ошонда вәғәздәрҙә изгелеккә һәм тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа, шәфҡәтлелеккә һәм тыныслыҡҡа саҡырыу яңғыраясаҡ!» - тип һөйләне Баймаҡ районы башлығы.

Фото: Баймаҡ районы хакимиәте башлығы

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: