Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
7 Июль 2022, 13:02

Ҡорбан байрамына ҡағылған һорауҙарға яуаптар

 ҺОРАУ: Өс көндөң ҡайһыныһында ҡорбан салыу хәйерлерәк? ЯУАП: Әлбиттә, беренсе көндә салыу икенсе көнгә ҡарағанда хәйерлерәк, икенсе көндә башҡарыу иһә өсөнсө көнгә ҡарағанда яҡшыраҡ.

КЕМДӘРГӘ ҠОРБАН САЛЫУ МОТЛАҠ?
 ҺОРАУ: Ғаиләлә, мәҫәлән, ир, ҡатын һәм ике бала булһа, уларҙың барыһы ла ҡорбан салырға тейешме?
 ЯУАП: Ҡорбан салыу түбәндәге шарттарға тура килгән кешеләргә вәджиб (мотлаҡ):
– мосолман булыу,
– аҡыл яғынан сәләмәт булыу,
– бәлиғ йәштә булыу,
– ирекле булыу (йәғни әсир, ҡол, йә хөкөм ителгән булмау),
– үҙ ереңдә булыу (йәғни сәфәрҙә булмау),
– хәлле (йәғни нисабы тулған) кеше булыу. Ә кем ул нисабы тулған кеше? Әгәр кешенең үҙенең һәм уның тәрбиәһендә тороусыларҙың йорт кәрәк-ярағы, транспорты, ашамлығы, кейеме етерлек булыуҙан тыш 85 грамм алтын ҡиммәтендәге байлығы булһа (ә 2022 йылдың 6 июленә ҡарата 85 грамм алтындың хаҡы яҡынса 289 мең һумға тура килә — ред.) һәм, өҫтәүенә, ошо бөтә мал-мөлкәтте кәметерлек дәрәжәлә
бурыстары булмаһа, шул, тимәк – хәлле, уның нисабы тулған. Әгәр ҙә инде кешенең нисабы тулмаған булһа, уға Ҡорбан байрамында ҡорбан салыу вәджиб (мотлаҡ) түгел.

 Шулай уҡ, аҡылдан яҙған һәм мосолман булмаған кешенән дә вәджиб һәм фарыз ғәмәлдәрҙе үтәү талап ителмәй. Аҡылдан яҙған кеше барлыҡ дини талаптарҙан азат, шулай ҙа уның исеменән ҡорбан салыу тыйылмай. Ундайҙарҙың ҡорбан салыуҙары ирекле ҡорбан булып иҫәпләнәсәк.
 Шулай уҡ, бәлиғ булмаған бала (ҡыҙмы ул, малаймы), әгәр ғәҙел юл менән аҡса эшләһә, йә иһә ата-әсәһе биргән аҡсаларҙан бер аҙын йыйып барып, шуға һарыҡ һатып алып, уны үҙе исеменән ҡорбан итеп салырға һораһа, йә иһә ата-әсәһе һыйыр салғанда үҙен дә өлөшкә индерергә үтенһә, баланың талабын үтәр кәрәк.


 ҺОРАУ: Ҡорбан салыу ваҡыты ҡасан?
 ЯУАП: Ҡорбан салыу ваҡыты Ҡорбан байрамы көнөндә иртәнсәк (әммә мотлаҡ ғәйет намаҙынан һуң!) башлана һәм, йәмғеһе өс көн дауам итеп, өсөнсө көндөң ҡояшы батҡанда тамамлана.

 Әгәр кемдер ғәйет намаҙынан алда салһа, ул ҡорбан салғанға һаналмай, ә ғәҙәти мал салған кеүек була. Шулай уҡ, дүртенсе көнгә ҡалдырыу ҙа дөрөҫ түгел, сөнки уның ваҡыты инде сыҡҡан була. Намаҙ, ураҙа, хаж шикелле, ҡорбан салыуҙы ла мотлаҡ үҙенең тәғәйен ваҡытында башҡарыр кәрәк.
 Әгәр ниндәйҙер берәй ауылда ғәйет намаҙы уҡылмаһа, ул ерҙә ҡорбанды иртә таңдан уҡ сала башларға мөмкин.

 ҺОРАУ: Өс көндөң ҡайһыныһында ҡорбан салыу хәйерлерәк?
 ЯУАП: Әлбиттә, беренсе көндә салыу икенсе көнгә ҡарағанда хәйерлерәк, икенсе көндә башҡарыу иһә өсөнсө көнгә ҡарағанда яҡшыраҡ.

ҠОРБАНЛЫҠ МАЛЫНЫҢ ЙӘШЕ ҺӘМ ӨЛӨШӨ
 ҺОРАУ: Һарыҡ менән кәзә нисә йәшлек булырға тейеш? Улар нисә кеше исеменән салына ала?
ЯУАП: Кәзә-һарыҡ бер йәштән дә кәм булырға тейеш түгел. Әгәр бер йәштән кәм булып, әммә кәүҙәләре ҙур булһа (йәғни ҡарап тороуға бер йәшлек кеүек күренһәләр), ул саҡта уларҙы ҡорбан итеп салырға рөхсәт ителә.
Бер ваҡ мал бер кеше исеменән генә салына.

ҺОРАУ: Ғаилә ағзаларының аҡсалары ғаилә башлығында ғына булһа, ул саҡта ни эшләргә?
ЯУАП: Әгәр ҙә мосолмандың ғаиләһе бар икән һәм ул уларҙың барыһын да үҙе генә ҡарап, тәрбиәләп, тәьмин итеп тора икән, ул бер ҡорбанды бөтә ғаиләһе исеменән сала ала (хатта бер һарыҡты йә бер кәзәне лә). Ғаиләнең бүтән ағзалары башҡа ҡорбан салып тормайҙар.

ҺОРАУ: Эре малдан ҡорбан салынһа, уның итен нисек бүлергә?
ЯУАП: Ҡорбанды бергәләп салған кешеләр араһында ул ит башта үлсәүҙәрҙә үлсәнелә, шунан һуң теүәл рәүештә иҫәпләп бүлеп бирелә. Самалап ҡына бүлергә ярамай. Мәҫәлән, бер һыйырҙы ете кеше ҡушылып салһа, ә һыйырҙың ауырлығы 350 килограмм булһа, һәр кешегә теүәл 50-шәр килограмм ит тейеш.
Шулай уҡ, был осраҡта ит бүлеүсе кешенең ғәҙел булыуы шарт. Уның күңелендә, кемгәлер – итлерәк ерҙәре, кемгәлер – һөйәклерәк ере, тигән яуыз ниәт ятырға тейеш түгел. Ул ваҡытта уға Аллаһ язаһы һәм рәнйетелгән кешеләрҙең рәнйеше төшәсәк. Әгәр ҙә инде уның насар ниәте булмай тороп, тигеҙ бүлергә мөмкин тиклем тырышып, әммә яңылыштан ғына бер аҙ хата китһә, ул саҡта уның бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ.

 ҺОРАУ: Күмәге бер малды салғанда һәр ете кешенең дә ҡорбан салыу ниәте булырға тейешме, әллә ҡайһы берәүҙәре ит кәрәк тип ҡушылһа ла дөрөҫмө?
 ЯУАП: Өлөшкә кереп ҡорбан салғанда һәр ете кешенең дә тап ҡорбан салыу ниәте булырға тейеш.
Әгәр береһендә генә башҡа ниәт булһа, ҡалғандарының да ҡорбандары ҡабул булмай (❗).

ҺОРАУ: Эре малдар нисә йәшлек булырға тейеш һәм улар нисә кеше исеменән салына?
ЯУАП: Һыйыр заты – ике йәшлек, дөйә – биш йәшлек булырға тейеш. Ундай хайуандарҙы бер кеше исеменән башлап етегәсә кеше исеменән ҡорбан итеп салырға мөмкин.

 ҺОРАУ: Берәү ҡорбанды икенсе кешенән салдырһа, уның үҙенә малды салыу мәлен ҡарап тороу мотлаҡмы?
ЯУАП: Ҡарап тороуы яҡшы, әммә булдыра алмаһа, мәжбүр итергә кәрәкмәй.

ҠОРБАНҒА ЯРАМАҒАН МАЛДАР
ҺОРАУ:Ниндәй хайуандарҙы бөтөнләй ҡорбанға салырға ярамай?
 ЯУАП: Кәмселеге шаҡтай күп, сиктән артҡан булһа, ундай малды ҡорбанға салыу дөрөҫ түгел. Улар иҫәбенән:

❌– күҙҙәренең береһе йәки икеһе лә бөтөнләй күрмәһә,
❌– йөрөй алмаҫлыҡ дәрәжәлә аҡһаҡ булһа,
❌– ҡолаҡтарының яртыһы һәм артығы киҫелгән булһа,
❌– ҡойроғоноң яртыһы һәм артығы киҫелгән булһа,
❌– еленендә имсәктәре булмаһа,
❌– бик ныҡ ябыҡ булһа,
❌– тыумыштан ҡойроғо булмаһа,
❌– тыумыштан ҡолаҡтары булмаһа,
❌– нәжестәрҙе (бысраҡ, әшәке нәмәләрҙе) күп ашай торған булһа,
❌– көтөүгә йөрөтә алмаҫлыҡ дәрәжәлә ҡоторонған булһа.

ИТТӘН ҠАЛҒАНЫН НИ ЭШЛӘТЕРГӘ?
❓ ҺОРАУ: Ҡорбан хайуанының һөйәктәрен һәм ашарға ярамаған башҡа ағзаларын ҡайҙа ҡуйырға?
❗ ЯУАП: Был хаҡта аят һәм хәҙистәрҙә ишаралар юҡ, шуға ла ни эшләтһәң дә дөрөҫ. Мәҫәлән, эткә йә бесәйгә бирергә лә мөмкин. Ергә күмеү йә махсус сүплеккә ташлау ҙа дөрөҫ, гонаһлы булмайһың.

 ҺОРАУ: Ҡорбан хайуанының тиреһен һатырға яраймы?
ЯУАП: Һатырға ярамай, саҙаҡа итеп бирергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم шулай тигән:

 «Кем ҡорбанға салынған малының тиреһен һата, уның ҡорбаны ҡабул булмаҫ» (хәсән хәҙис, «Сахихү-ттәрғиб», 1088).

ҠОРБАН САЛЫУ ӘҘӘБЕ
 ҺОРАУ: Ҡорбан салған ваҡытта тәкбир әйтергә яраймы?
 ЯУАП: Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم сөннәте буйынса ҡорбан салыу әҙәбе бар. Ул түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:

????1) Байрамға ике-өс көн ҡалғас, ҡорбанлыҡ хайуанды бүтән малдарҙан айырып алып, уны айырым таҙа урында тотоу, яҡшы итеп ашатыу;
????2) Байрам көнөндә ҡорбанлыҡ хайуанды биҙәү (был – мүстәхәб ғәмәл, йәғни маҡтаулы эш);
????3) Ҡорбан салырға ниәтләгән кешегә барыһын да үҙенә башҡарыу яҡшыраҡ;
????4) Мал алдында бысаҡ үткерләмәү (юҡһа был уны ике тапҡыр үлтереүгә тиң);
????5) Ҡорбанды бүтән малдар күреп ҡалырлыҡ урында салмау;
????6) Хайуанды башы менән ҡиблаға ҡаратып, һул яғына ятҡырыу;
????7) Салыусы кешенең үҙенең дә йөҙө менән ҡибла тарафына ҡарап ултырыуы яҡшы;
????8) Малдың өс аяғын бәйләү (ул тыпырсынмаһын һәм ҡасып китмәһен өсөн). Бер артҡы аяғын иһә иттән мөмкин тиклем күберәк ҡан сыҡһын өсөн ирекле ҡалдыралар;
????9) Йәнәшәләге кешеләр менән бергә көйләп тәкбир әйтеү. Тәкбир һүҙҙәре: «Алла́һу әкбәр, Алла́һу әкбәр, лә ́ иләәһә иллә-Ллааһ, үә-Лла́һу әкбәр, Алла́һу әкбәр, үә лиЛләәһил хәмд» (тәржемәһе: «Аллаһ иң бөйөк, Аллаһ
иң бөйөк, Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Аллаһ иң бөйөк, Аллаһ иң бөйөк, бөтә маҡтау – Аллаһҡа!»);
????10) Тәкбирҙән һуң шундай доға ҡылыу:
 «И́ннә саләәти үә нүсүки́ үә мәхйәәй́и үә мәмәәтии ли-Лләәһи Ра́ббиль ғәәләмин» (тәржемәһе: «Ысынлап, минең намаҙым һәм минең ҡорбаным, минең ғүмерем һәм минең үлемем – Ғаләмдәр Раббыһы Аллаһҡа!»);
????11) Шунан һуң ҡулға бысаҡ алып, «Бисми-Лләһ, Аллааһу әкбәр! Йә Раббым, был фәлән-фәләндән» тип, ҡорбанлыҡ хайуанды тиҙ генә, оҫта ғына, матур ғына итеп салыу;
????12) Ҡорбан салғандан һуң түбәндәге доғаны уҡыу:
«Йә Аллаһ, был ҡорбанды Үҙеңдең һөйөклө Мөхәммәтеңдән һәм дуҫың Ибраһимыңдан ҡабул иткәнең кеүек ҡабул ҡыл». 

ҠОРБАНЛЫҠ МАЛДАР НИНДӘЙ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ?
 ҺОРАУ: Ниндәйҙер етешһеҙлеге, кәмселеге булһа, ундай хайуандарҙы ҡорбанға салырға рөхсәт ителәме?
ЯУАП: Мәҫәлән, әле һау-сәләмәт кешеләрҙе табыуы бик ауыр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер аҙ кәмселектәре булһа ла, 18 йәше тулған егеттәрҙе әрме сафтарына алалар. Шуның шикелле, Шәриғәт тә ҡайһы бер кәмселектәре булған хайуандарҙы ҡорбанға салырға рөхсәт иткән. Улар иҫәбенән:
✅– күҙе насар күрһә,
✅– ҡылый күҙле булһа,
✅– бер аяҡҡа ғына аҡһаһа,
✅– тыумыштан мөгөҙһөҙ булһа йә мөгөҙҙәре тулыһынса үҫешмәйенсә ҡалһа,
✅– ҡолаҡтарының өстән бер өлөшө киҫелгән булһа,
✅– ҡойроғоноң өстән бер өлөшө киҫелгән булһа,
✅– бер-ике теше төшкән булһа,
✅– ҡолаҡтары бик ҡыҫҡа булһа,
✅– ҡорсаңғы менән ауырыған булһа.
Ҡыҫҡаһы, аҙ ғына кәмселеге булған хайуандарҙы ҡорбанға салыу рөхсәт ителгән. Әммә, әлбиттә, иң яҡшы ҡорбан – ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм һау-сәләмәт булған хайуандар.

 ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ӨСӨН

 ҺОРАУ: Ҡатын-ҡыҙға уның ҡорбанын салғандарын ҡарап тороу дөрөҫмө?
 ЯУАП: Әгәр уға бынан зыян килмәһә – ҡарап тора ала. Зыян килгәндәй булһа – китһен.

ҺОРАУ: Ҡатын-ҡыҙ үҙ ҡулы менән ҡорбан сала аламы?
 ЯУАП: Әгәр ҙә салыуҙан ҡурҡмаһа, көсө етһә, уға ла салыу рөхсәт.

 ҺОРАУ: Ҡорбан байрамы көндәренә күрем килеүе тура килгән ҡатын-ҡыҙ ҡорбан сала аламы?
ЯУАП: Күреме булған ҡатын-ҡыҙ ҡорбан салмаһын, икенсе берәүҙән салдырһын. Ләкин ул ҡорбан салған урында була ала.

Иҙрис хәҙрәт Ғәләүетдин,
"Ваҡыт!"

Автор:
Читайте нас: