Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
9 Июль 2022, 15:46

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

Был байрам ислам диненең күп быуатлыҡ ҡиммәттәрен, мосолман донъяһының боронғо тарихын һәм бөйөк мәҙәниәтен һынландырып тора, диндарҙарҙың йөрәктәрен изге һәм яҡты тойғолар менән байыта.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары!

Ҡорбан байрамы менән һеҙҙе ихлас ҡотлайым!

Был байрам ислам диненең күп быуатлыҡ ҡиммәттәрен, мосолман донъяһының боронғо тарихын һәм бөйөк мәҙәниәтен һынландырып тора, диндарҙарҙың йөрәктәрен изге һәм яҡты тойғолар менән байыта.

Башҡортостандың мосолман өммәте республикабыҙҙың төрлө халыҡтары һәм конфессиялары дуҫлығын һәм хеҙмәттәшлеген нығытыуға мөһим өлөш индерә. Яңы мәсеттәр төҙөлә, руханиҙарҙы уҡытыуға һәм әҙерләүгә, йәштәрҙе тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Бөгөн еңел булмаған заманда ла башҡа конфессиялар вәкилдәре менән берлектә мосолмандар Донбасс халҡына ярҙам ҡулын һуҙа.

Ҡорбан байрамы беҙҙе изге эштәргә, мәрхәмәтлелеккә рухландырып торһон, күңелдәрҙе нурландырһын.

Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, татыулыҡ һәм берҙәмлек теләйем! Ватаныбыҙ өсөн хеҙмәттәребеҙ һәр саҡ уңыш килтерһен!

 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров

https://glavarb.ru/

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: