Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
9 Июль 2022, 08:52

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Изге байрам һәр йортҡа, һәр ғаиләгә тыныслыҡ, ҡот, муллыҡ, бәхет, һаулыҡ, тән һәм йән сихәте килтерһен! Ниәттәребеҙҙең сафлығын, изге ғәмәлдәребеҙҙең рәхәтен күрергә, рухи камиллыҡҡы ынтылырға насип итһен!

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Ҡорбан байрамы Ураҙа ғәйетенән һуң 70 кѳн үткәс билдәләнә.Был кѳндѳ барлыҡ мәхәлләләрҙә лә ҙур байрам саралары үтәсәк.
Мосолман халҡына хас булған ҡорбан салыу йолаһы бик кешелекле һәм оло эштәрҙән һанала. Хәленән килгән һәр бер ғаиләгә ҡорбан салыу зарур.

Ҡорбан салыу кѳндәре
Был ғибәҙәт ѳс кѳн дауамында үтәлергә тейеш. Башҡа кѳндәрҙә ҡорбан салынмай. Зѳлхизә айының унынсы, ун беренсе, ун икенсе кѳндәрендә үтәлә ул. Малды ошо ѳс кѳндѳң береһендә салырға мѳмкин, әммә беренсе кѳн яҡшыраҡ.

Малды һуйыу тәртибе
Ҡорбан итеп салынасаҡ малдың бер нисә кѳн алдан һатып алыныуы яҡшы. Уны һәйбәт ашатырға, тәрбиәләргә кәрәк. Һѳтѳн һауып файҙаланыу тыйыла, йѳнѳ ҡырҡылырға тейеш түгел. Малды һуйыр алдынан бысаҡты яҡшы итеп үткерләү зарур. Был ҡорбанлыҡ мал ғазапланмаһын ѳсѳн шулай эшләнә. Ҡорбанды башҡа малдың ҡаршыһында салмайҙар. Салыусы ҡиблаға ҡарап торорға тейеш, был изге ғәмәл ир-атҡа тапшырыла. Ул ғѳсѳллѳ булырға тейеш. Хайуандың ҡанын ағыҙыр ѳсѳн бәләкәй генә соҡор ҡаҙыла. Ҡан ағып бѳткәс, ҡорбан салдырыусы Ҡѳрьәндән «Ихлас» сүрәһен уҡый.

Ниндәй мал ҡорбанлыҡ була ала?
Ҡорбан итеп салыу ѳсѳн һыйыр, һарыҡ, кәзә, ҡуй кеүек айырса тояҡлы хайуандар яраҡлы. Һарыҡ-кәзәнең кәмендә бер йәшлек, һыйыр малының ике йәшлек булыуы яҡшы. Салына торған малдың күҙе һуҡыр булмауы, ағзаларының теүәл булыуы шарт. Ҡолағы йәки ҡойроғоноң ѳстән бер ѳлѳшѳнән артыҡ киҫелгән булһа, уны ҡорбанға салырға ярамай. Әтәс, тауыҡ, ҡаҙ һәм башҡа ҡыр ҡоштары, шулай уҡ ите ашарға яраҡлы ҡыр боланы, ҡыр һыйыры, илек (ҡыр кәзәһе), ҡуян кеүек хайуандар ҙа ҡорбан була алмай. Бер баш һарыҡ йәки кәзә фәҡәт бер кеше, ә дѳйә йәки һыйыр ете кеше исеменән салына ала. Был осраҡта һәр ҡайһыһының мосолман булыуы һәм Аллаһ ризалығы ѳсѳн салырға ниәт итеүе шарт. Ҡорбанлыҡ итенең ѳстән бер ѳлѳшѳн салыусы үҙе файҙалана, ҡәрҙәш-ырыуына, фәҡир-етемдәргә ѳләшә. Уның итен һатыу харам. Тиреһен дә фәҡирерәк кешегә бирергә кәрәк. Йә булмаһа Ҡѳрьән кеүек изге китапҡа ла алмаштырырға мѳмкин.

Иттең һѳйәктәрен ҡайҙа ҡуйырға?
Күптәр һыуға ағыҙып ебәрергә кәрәк, тип уйлап хаталана. Һыу тѳбѳндә һѳйәк киҫәктәре ятыуы матур күренеш түгел. Иң яҡшыһы – бер урынға йыйып, ергә күмеү.

Ҡорбан салғанда уҡый торған доға: «Бисмиллаһир-рахманир-рахим. Аллаһүмә һәзә миңкә үә иләйкә иннә сәләти үә нүсүхи үә мәхәйәл үә мәмәти лилләһ рабил ғәләмин. Лә шәрикә ләһү үә бизәликә үмертү үә әнә әүүәлүл мүслимин. Аллаһүмә тәкаббѳл миннә һәҙиһил әдхыййә»,– тип кем исеменә ҡорбан салыныуы әйтелә һәм: «Бисмиллаһир аллаһу Әкбәр», – тип боғаҙлайһың.
Мәғәнәһе: «Әй, Аллам, минең намаҙым, үә ғибәҙәттәрем, үә тереклегем, үә үлемлегем бар ғаләмдең хужаһы Аллаһы Тәғәлә ѳсѳн үә уның ҡѳҙрәтендәлер. Аллаһы Тәғәләгә һис бер тиңдәш юҡтыр. Әй, Аллаһ, ошо ҡорбанды фәлән-фәлән улынан йәки ҡыҙынан ҡабул ит».

Байрам итеү
Ҡорбан байрамында мосолмандар таҙа, күркәм кейенеп, иман йортона бара. Мәсете булмаған ауылдарҙа йортта ғибәҙәт ҡылырға мѳмкин. Тағы ла ата-олатайҙарҙың, туған-тыумасаларҙың ҡәберҙәренә зыярат ҡылыу, уларҙы ипкә килтереү, рәшәткәләрен буяп, сүп-сарҙан таҙартыу кеүек эштәрҙе башҡарыу ҙа хуплана.

Ҡәҙерле дуҫтар! Ҡорбан байрамын матур итеп үткәрергә яҙһын. Бер-берегеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып, ҡорбан ашынан ауыҙ итегеҙ, саҙаҡа таратығыҙ!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: