Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
1 Август 2022, 22:05

Доғаларҙың ғәжәп көсө бар

Әй, Аллаһ! Бөтә булмышым менән һинең үҙеңә генә бирелдем. Ҡарашымды һиңә генә йүнәлттем, эштәремде тик үҙеңә генә тапшырҙым. Һиңә барған юлымды, һинән ҡурҡыуымдан, тик Үҙеңә генә тәүәккәлләп барам. Һинән башҡа һыйыныр урын да, ҡотолоу ҙа юҡ. Һин индергән Китапҡа, Һин ебәргән пәйғәмбәргә инандым.

Доғаларҙың ғәжәп көсө бар
Доғаларҙың ғәжәп көсө бар

Йоҡларға ятыр алдынан уҡыла торған доға :

Аллаһүммә, бисмикә әмүтү үә әхйә.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һинең исемең менән үлермен, һинең исемең менән йәшәйем.

 Урынға барып ятҡас уҡыла торған доға :

Аллаһүммә, әсләмтү нәфси иләйкә үә үәжжәһтү үәжһи иләйкә үә фәүуаҙту әмри иләйкә үә әлжә’тү ҙаһри иләйкә рағбәтән үә раһбәтән иләйкә лә мәлжә’ә үә лә мәнжә минкә иллә иләйкә әмәнтү бикитәбикәл-ләҙи әнзәлтә үә нәбииәкәл-ләҙи әрсәлтә.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Бөтә булмышым менән һинең үҙеңә генә бирелдем. Ҡарашымды һиңә генә йүнәлттем, эштәремде тик үҙеңә генә тапшырҙым. Һиңә барған юлымды, һинән ҡурҡыуымдан, тик Үҙеңә генә тәүәккәлләп барам. Һинән башҡа һыйыныр урын да, ҡотолоу ҙа юҡ. Һин индергән Китапҡа, Һин ебәргән пәйғәмбәргә инандым.

Төндә йоҡо алмаған ваҡытта уҡыла торған доға :

Лә иләһә илләл-лаһүл-үәхтдүл-ҡаһһәрү раббүс-сәмәүәти үәл-әрҙи үә мә бәйнәһүмәл-ғәзизүл-ғаффәр.
Мәғәнәһе: Берҙән-бер хаким, күктәрҙең һәм ерҙең, күктәр менән ер араһындағы бөтә булмыштарҙың Раббыһы, көс-ҡеүәт эйәһе, гонаһтарҙы кисереп тороусы Аллаһтан башҡа илаһ юҡ.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:
Читайте нас: