Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
9 Сентябрь 2022, 09:40

ҠИӘМӘТ КӨНӨНДӘ КЕШЕЛӘРҘӘН НИМӘ ХАҠЫНДА ҺОРАЛАСАҠ?

Ҡиәмәт көнөнә ышаныу ‒ имандың бер терәге. Ул дәһшәтле көн ‒ Ахирәттәге яҙмышыбыҙҙы хәл итә торған ваҡиғаларға бай көн. Уның бер үҙенсәлеге ‒ кешеләрҙең фанилыҡтағы тормошо буйынса үҙенә күрә бер имтихан тотоуы. Ул имтихан нимәнән ғибәрәт буласаҡ һуң?

ҠИӘМӘТ КӨНӨНДӘ КЕШЕЛӘРҘӘН НИМӘ ХАҠЫНДА ҺОРАЛАСАҠ?ҠИӘМӘТ КӨНӨНДӘ КЕШЕЛӘРҘӘН НИМӘ ХАҠЫНДА ҺОРАЛАСАҠ?
ҠИӘМӘТ КӨНӨНДӘ КЕШЕЛӘРҘӘН НИМӘ ХАҠЫНДА ҺОРАЛАСАҠ?

 Ҡиәмәт көнөнә ышаныу ‒ имандың бер терәге. Ул дәһшәтле көн ‒ Ахирәттәге яҙмышыбыҙҙы хәл итә торған ваҡиғаларға бай көн. Уның бер үҙенсәлеге ‒ кешеләрҙең фанилыҡтағы тормошо буйынса үҙенә күрә бер имтихан тотоуы. Ул имтихан нимәнән ғибәрәт буласаҡ һуң?

1. Беренсенән, күҙҙәре менән нимә күргәндәр, ҡолаҡтары менән нимә ишеткәндәр, күңелдәрендә ниндәй ниәт йөрөткәндәр ‒ шул турала һорау алыу буласаҡ. Был йәһәттән Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: «(Эй кеше!) Белмәгән нәмәң артынан эйәрмә. Һис шикһеҙ, ҡолаҡ, күҙ һәм йөрәк ‒ быларҙың барыһы ла
(Хөкөм көнөндә) яуап тотасаҡ» («Төндә күсерелеү» сүрәһе, 17:36).

2. Кемгә ғибәҙәт ҡылғандар, кемдәрҙе үҙҙәренә илаһ итеп алғандар ‒ шул турала ла һораласаҡ һәр кешенән. Мәҫәлән, мөшриктәрҙән: «Кемде үҙегеҙгә илаһ итеп алдығыҙ?» ‒ тип һораһалар, Аллаһҡа тиңдәштәр ҡуйыуҙарын, ялған илаһтарға табыныуҙарын улар бер нисек тә аңлата алмаясаҡ. Был турала Аллаһ Тәғәлә шулай ти: «Ул көндө Аллаһ, уларға мөрәжәғәт итеп: “Һеҙ бар тип уйлаған тиңдәштәрем ҡайҙа һуң?!‒ тиер» («Ҡиссалар» сүрәһе, 28:62).

3. Пәйғәмбәрҙәр килтергән рисәләткә эйәрҙеләрме, юҡмы ‒ шул турала ла һораласаҡ. Быға Аллаһтың киләһе һүҙҙәре дәлил: «Ул көндө Аллаһ, уларға мөрәжәғәт итеп: “Рәсүлдәргә нимә тип яуап бирҙегеҙ?” — тиер» («Ҡиссалар» сүрәһе, 28:65).

4. Ҡиәмәт көнөндә кешеләр һәр ҡылған эштәре өсөн яуап бирәсәк. Һәр кем яҡшы ғәмәлдәрен дә, гонаһлы эштәрен дә күрәсәк — бер нәмәне лә йәшереп булмаясаҡ. Был турала Ҡөрьәндә шулай тиелә: «Раббың менән ант итәм! Нимә ҡылғандары хаҡында уларҙың барыһынан да мотлаҡ һораясаҡбыҙ!» («Хиджр» сүрәһе, 15:92-93).

5. Ниндәй вәғәҙәләр биргәндәр, ниндәй килешеүҙәр төҙөгәндәр ‒ шул турала ла һорау алыу буласаҡ. Быға Аллаһтың киләһе һүҙҙәре дәлил: «Килешеүҙәрегеҙгә тоғро булығыҙ, сөнки (Хөкөм көнөндә) килешеүҙәр хаҡында һораласаҡһығыҙ» («Төндә күсерелеү» сүрәһе, 17:34).

6. Кешенең был донъяла йыйған бөтә мал-мөлкәте лә Ҡиәмәт көнөндә яуап тотоуға сәбәп буласаҡ. Нимәләр ҡулланғанбыҙ, нимәгә эйә булғанбыҙ ‒ барыһы өсөн дә һораласаҡбыҙ. Аллаһ Тәғәлә ул турала шулай ти: «Ул көндө һеҙ (донъялыҡтағы) ниғмәттәр хаҡында һораласаҡһығыҙ!»✨ («Мал туплауға бирелгәнлек» сүрәһе, 102:8).

7. Ғөмүмән, кеше был донъяла бирелгән ғүмерен нисек уҙғарғаны хаҡында һораласаҡ, ғәмәлдәрҙең бәләкәйе лә, ҙуры ла күренмәй ҡалмаясаҡ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: «Кемдәргә рәсүлдәр ебәрелгән, шуларҙан Беҙ һорау аласаҡбыҙ, рәсүлдәрҙән дә һораласаҡ. Беҙ, ғилемгә таянып, уларға (бар мәхлүкәткә) ғәмәлдәре хаҡында хикәйәт ҡылырбыҙ. Беҙҙең ғәйеп булған (юғалған) саҡтарыбыҙ булмай!» («Кәртәләр» сүрәһе, 7:6-7).

8. Ҡиәмәт көнөндә һораласаҡ нәмәләр хаҡында Аллаһ рәсүленән ﷺ риүәйәт ителгән бер хәҙистә шулай тиелә:
«Ғүмерен нисек үткәреүе, ғилеме һәм уға ярашлы нисек эш итеүе, мал-мөлкәтен нисек табыуы һәм нисек сарыф итеүе, тәнен нисек ҡулланыуы хаҡында һоралмайынса, Аллаһ бәндәһе Ҡиәмәт көнөндә үҙ урынынан ҡуҙғалмаясаҡ» (әт-Тирмиҙи йыйынтығынан; сахих).

"Ваҡыт!"

Автор:
Читайте нас