Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
27 Сентябрь 2022, 14:57

Ни өсөн Аллаһ Тәғәлә ауырыу һәм инвалид кешеләрҙе бар ҡылған?

Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр инвалид булып тыуа, кемдәрҙер фәҡир, ярлы була, ә кемдәрҙер генетик ауырыуҙарға дусар була? Уларҙың ғәйебе ниҙә? Аллаһ ни өсөн барыһына ла ғәҙел түгел

Ни өсөн Аллаһ Тәғәлә ауырыу һәм инвалид кешеләрҙе бар ҡылған?
Ни өсөн Аллаһ Тәғәлә ауырыу һәм инвалид кешеләрҙе бар ҡылған?
Был һорауға яуап Изге Ҡөръәндең 67 сүрәһе 2 аятында бирелгән:

"Кемдең яҡшыраҡ (изге) эш эшләгәнен һынар өсөн Ул үлем менән тереклекте булдырҙы. Ул олуғ, ярлыҡаусан!".

Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр инвалид булып тыуа, кемдәрҙер фәҡир, ярлы була, ә кемдәрҙер генетик ауырыуҙарға дусар була? Уларҙың ғәйебе ниҙә? Аллаһ ни өсөн барыһына ла ғәҙел түгел? Был һорауҙар индуист философтарын аптырауға ҡалдырған. Шуға күрә кешеләргә аңлатыр өсөн улар бар донъяға билдәле самсара түңәрәге уйлап сығарғандар. Ул түңәрәктә үлем менән тыуым был тормошта алмашынып килә, тип аңлатыла.
Индуистарға ебәрелгән Изге китап - Ведала: "Банна джаннам" - "киләһе тыуыу" тураһында яҙылған. Ҡөръәндә лә был төшөнсә аңлатыла. Йәғни кеше күпмелер ваҡыт йәшәй ҙә, үлә һәм Аллаһ беҙҙе тағы ла терелтә. Беҙ мәңгелеккә күсәбеҙ. Ә индуисттар быны: үлемдән һуң, кеше тағы тыуа, үлә лә, тағы тыуа тип аңлай. Карма тигән төшөнсә уйлап сығарып, кешелекте тағы ла нығыраҡ тура юлдан яҙҙыралар. Карманың закондары буйынса улар : "бәлки ул инвалид үткән тормоштағы гонаһтары өсөн шундай кәмселектәр менән тыуғандыр", - тигәнерәк фекер йөрөтә. Уларға Аллаһ тарафынан ебәрелгән иң изге китап Ведала яуап тапмағас, улар шундай философик фекергә килгәндәр. "Әгәр кеше аҙаҡҡы тормошонда яҡшы эштәр эшләһә, ул тағы ла юғарыраҡ дәрәжә менән тыуа. Юғары
дәрәжә уларҙа - кеше булып тыуыу. Ә кем гонаһтар ҡылған, ул эт, бесәй булып тыуырға мөмкин.
Ә хәҙер һорау: бөгөнгө көн үлтереш(преступность), кешене ыҙа сиктереү(насилие) артамы?
Шулай булғас, ни өсөн кешелек ҙур тиҙлектә арта? Уларҙың логикаһы буйынса, киреһенсә кәмергә тейеш бит.
Милләттәштәр араһында, бигерәк тә йәштәр араһында ошо индуистар философияһына ышанып йәшәгәндәр һуңғы арала күп күҙәтелә. Был бик ҙур гонаһ һәм ҙур яңылышыу. Аллаһҡа тәүбә итеп, үҙебеҙҙең Ҡөръәнгә ҡайтһаҡ ине.

Ҡөръәндең 67 Әл-Мөлк сүрәһенең 2 аятында әйтелгәнсә:
"Кемдең яҡшыраҡ (изге) эш эшләгәнен һынар өсөн Ул үлем менән тереклекте булдырҙы. Ул олуғ, ярлыҡаусан!".
Был тормош киләһе тормош өсөн һынау булып тора. Кеше һынауҙы ниндәй сабырлыҡ менән үткәрә, шунан ҡарап һиңә ҡарар сығарыла. Аллаһ Сөбәхәнә үә Тәғәлә һәр кешенән һорауҙы төрлөсә ала.
Кемгәлер Ул байлыҡ бирә һәм зәкәт түләргә бойора. Һәр бай кеше, (бай кеше Ислам динендә 85 г. алтын эквивалентынан күберәк мөлкәте булған кеше.) Ул мөлкәт йыл буйына тейелмәй ятһа, үның 2,5 % саҙаҡа итеп бирергә тейеш. Байҙар өсөн был фарыз. Ә ярлыларға был бурыс ҡушылмаған. Шуға күрә, Ҡиәмәт көнөндә байҙарға һорауҙар ҙа күберәк була.
"Бай кешегә Ожмахҡа инеүе ауырыраҡ",-тигән пәйғәмбәребеҙ(с.ғ.с)

Ҡайһы бер кешеләр яман ауырыуҙар менән тыуа. Һәм кешеләр: "Ул баланың ни ғәйебе бар?"- тигән һорау бирәләр. Беҙ Ислам динендә һәр бала ла гонаһһыҙ һәм таҙа булып тыуыуына ышанабыҙ. Әммә Аллаһ Тәғәлә әйтә : " Һеҙҙең мөлкәтегеҙ, балаларығыҙ, ҡатындарығыҙ - һеҙҙең өсөн һынау."- ти.
Был ата-әсә өсөн һынау булып тора. Бәлки ул баланың ата - әсәһе ныҡлы
иманлы кешеләрҙер, һәм Аллаһ уларҙы ауырыраҡ һынау менән һынап ҡарарға булғандыр. Ислам дине шуныһы менән күркәм: һынау ауырыраҡ булған һайын, һауабы ла ҙурыраҡ. Бәлки Аллаһ Тәғәлә ул ата-әсәнең Ожмахтағы дәрәжәһен күтәрер өсөн биргәндер был һынауҙы.
Мәҫәлән, мәктәпте тамамлағандан һуң бирелгән экзамендар аспирантура һуңынан бирелгән экзамендарҙан күпкә еңелерәк. Әммә ул ауыр экзаменды биргәндән һуң һинең исемең янына тағы ла кандидат наук йәки профессор тигән исем өҫтәлә. Шуға күрә һынау ауырыраҡ булған һайын уның өсөн бирелгән Аллаһтың мәрхәмәте лә олораҡ була.
Был тормош бик тиҙ үтеүсән һәм киләһе тормош алдынан һынау өсөн бирелгәнен оноторға ярамай. Һәр кешене Аллаһ үҙенсә һынай. Ауырыу бала ата - әсә өсөн һәм киләсәктә үҙе өсөн дә һынау
ала. Аллаһ ауырыу бала биргәндән һуң ата- әсәнең иманы төшмәҫме? "Был ниндәй Илаһ? Мин күп намаҙ уҡыным, ә файҙаһы ҡайҙа?" - тип түҙемһеҙлек белдермәҫме?
Ныҡлы иманлы мосолман ниндәй генә хәл булмаһын: "Әлхәмдүлилләһ!" - ти. Барыһы ла тик Бер Аллаһ ҡушҡанса ғына була.
Аллаһ үҙ ҡолона әсәнең үҙ балаһына ҡарата булған мәрхәмәтенән дә изгерәк. Ул беҙҙе беҙҙең ата-әсәйебеҙҙән дә нығыраҡ яратыусан. Шуға күрә ниндәй генә хәл булмаһын, Аллаһ беҙгә "Әлхәмдүлилләһ!" - тип әйтерлек көс, сабырлыҡ бирһен! Амин!
 
Сығанаҡ: Иманлы ғаилә
 
Автор:
Читайте нас: