Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
21 Октябрь 2022, 13:06

Намаҙ уҡыуҙы ниҙән башларға?

Нимәнән башларға? Нимәне аҙаҡҡа ҡалдырырға?

Намаҙ уҡыуҙы ниҙән башларға?
Намаҙ уҡыуҙы ниҙән башларға?

Яуап: Намаҙ уҡырға башлау алдынан кешегә план төҙөп яҙып алырға кәңәш ителә. Сөнки нимәнән башларға? Нимәне аҙаҡҡа ҡалдырырға? - тигән төрлө һорауҙар барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә был өйрәнеүҙе этаптарға бүлеп, яҙып алһаҡ, еңелерәк тә, тиҙерәк тә буласаҡ.

1. Ғөсөл ҡойонорға өйрәнергә. Ғөсөлһөҙ Аллаһ ҡушҡан фарыз ғәмәлдәр һаналмай. Шуға күрә иң беренсе ғөсөл тәртибен уҡып, бәлки яҙып алып, уны башҡарырға өйрәнергә кәңәш ителә.

2) Тәһәрәт алырға өйрәнергә. Ғөсөлдән һуң намаҙ уҡыу өсөн тәһәрәтле булырға кәрәк. Тәһәрәтһеҙ намаҙ уҡырға ярамай.

3) Намаҙҙа уҡыла торған сүрәләрҙе һәм доғаларҙы ятларға, йәки яҙып алырға. Сөнки намаҙҙы башлағанда, өйрәнгәндә ҡарап уҡырға ярай, шулай тиҙерәк ятлана ла.

4) Намаҙҙың хәрәкәттәрен һәм уларҙың нескәлектәрен өрәнеү.

5) Намаҙға ҡағылышлы төп ҡағиҙәләрҙе, намаҙҙың төрҙәрен өйрәнеү. Фарыз намаҙ, сөннәт һәм вәжиб нимә аңлата? Намаҙҙы нимәләр боҙа?

6) Хәҙер инде беҙ намаҙ уҡыр өсөн нимәләр кәрәк икәнен беләбеҙ, оҙаҡҡа һуҙмай намаҙға баҫырға һәм Аллаһ ҡушҡан был фарыз ғәмәлде башҡарырға тейешбеҙ.

 

Залия Хаджам

Автор:
Читайте нас: