Шоңҡар
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
27 Октябрь 2022, 12:50

Йөрәктең 10 ауырыуы

Йөрәктең 10 ауырыуы
Йөрәктең 10 ауырыуы

Йөрәктең 10 ауырыуы:

1. Һин Аллаһ барлығына ышананаһың, әммә Уның ҡушҡандарын үтәмәйһең.

2. Һин пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратам тип әйтәһең, әммә уның сөннәттәрен үтәмәйһең.

3. Һин Изге Ҡөръәнде уҡыйһың, әммә Ҡөръән өйрәткән ғәмәлдәрҙе тормошоңда ҡулланмайһың.

4. Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе ләззәт менән тотонаһың, әммә шөкөр итмәйһең.

5. Һин шайтанды үҙеңдең дошманың тип таныйһың, әммә уға ҡаршылыҡ күрһәтмәйһең.

6. Һин Йәннәткә инергә теләйһең, әммә бының өсөн бар көсөңдө һалып тырышмайһың.

7. Һин Тамуҡ утына ташланыуҙан ҡурҡаһың, әммә унда эләкмәҫкә тырышлыҡ күрһәтмәйһең.

8. Һин бар тере йән үлемгә дусар икәнен беләһең, әммә үлем менән осрашыуға әҙерләнмәйһең.

9. Һин кешеләрҙең кәмселектәрен эҙләйһең, ғәйбәт һөйләйһең, әммә үҙеңдең гонаһтарың тураһында онотаһың.

10. Һин яҡындарыңды ерләйһең, әммә бынан дәрес алмайһың.

 

Залия Хаджам. 

Автор:
Читайте нас: