Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
4 Ғинуар 2023, 19:10

Ғибәҙәтте ваҡытында ҡылыу мөһим

Рәхмәтуллиндар ғаиләһенең иң ғәзиз һәм яратҡан кешеһе булараҡ, әсәләре Фәрҙиә Ғәлиәскәр ҡыҙы хөрмәтенә мәсет “Фәрҙиә” тип исемләнде.

Ғибәҙәтте ваҡытында ҡылыу мөһим
Ғибәҙәтте ваҡытында ҡылыу мөһим

Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында урынлашҡан “Урман” юл буйы кафеһы эргәһендә  мәсет асылды. 
Тәүлек әйләнәһенә Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлы аша байтаҡ кеше сәйәхәт итә. Айырыуса, водителдәр һәм пассажирҙар өсөн “Урман” юл буйы кафеһында ял итеү, тамаҡ ялғап алыу өсөн уңайлы урын булараҡ, халыҡ унда күпләп туҡталып үтә. Улар араһында мосолман динен тотоусылар ҙа байтаҡ. Быға тиклем, махсус шарттар булмағанға күрә, дин әһелдәренә намаҙҙы төрлө урындарҙа асыҡ һауала уҡырға тура килә. Ошо йәһәттән Архангель уҙаманы  Мөнир Зөлфәр улы мосолмандар өсөн кафе биләмәһендә мәсет төҙөү ниәтен тормошҡа ашыра. Рәхмәтуллиндар ғаиләһенең иң ғәзиз һәм яратҡан кешеһе булараҡ, әсәләре Фәрҙиә Ғәлиәскәр ҡыҙы хөрмәтенә мәсет “Фәрҙиә” тип исемләнде.

Альберт Рәхимов.

Сығанаҡ: "Инйәр" гәзите.

 

Автор:
Читайте нас: