Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
23 Март 2023, 08:43

Радий Хәбиров: Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мосолмандарҙы ураҙа айы башланыу уңайынан ҡотланы.

Радий Хәбиров: Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!Радий Хәбиров: Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!
Радий Хәбиров: Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!

«Таҙарыныу һәм тыйылыу ваҡыты – тәү сиратта яман уйҙарҙан, һүҙҙәрҙән һәм эштәрҙән. Православие динендәгеләр ҙә хәҙер Пасхаға тиклем Бөйөк пост тота. Төрлө халыҡ һәм конфессия вәкилдәре күп быуаттар буйына бер-береһен ихтирам итеп, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәтләп йәшәй», – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Беҙҙең төрлө дин тотҡан, әммә рухи яҡтан яҡын яугирҙәребеҙ әле Тыуған ил өсөн көрәшә, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Беҙҙең бөтә уйҙарыбыҙ – улар хаҡында, улар һәм яҡындары өсөн доға ҡылабыҙ. Яу яланында дин әһелдәре ир-егеттәребеҙҙең хәрби рухын күтәрә. Уларҙың көндәлек рухи батырлығы өсөн айырым рәхмәт. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек теләйем! Хуш киләһең, Рамаҙан!», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас