Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
30 Март 2023, 10:58

Ҡөръән уҡыуҙың үҙ шарттары

Изге Рамаҙан - ул нуры һүнмәҫ Ҡөръән айы. Ҡөръән - ул Ҡиәмәт көнөнә тиклем мосолмандарҙың йөрәктәрен яҡтыртып тороусо нур.

Ҡөръән уҡыуҙың үҙ шарттарыҠөръән уҡыуҙың үҙ шарттары
Ҡөръән уҡыуҙың үҙ шарттары

Изге Рамаҙан - ул нуры һүнмәҫ Ҡөръән айы. Ҡөръән - ул Ҡиәмәт көнөнә тиклем мосолмандарҙың йөрәктәрен яҡтыртып тороусо нур.

 

Был изге айҙа Ҡөръәнде бер тапҡыр ғына булһа уҡып сыҡмаған кеше - бик бөйөк юғалтыу кисергән кеше.

 

Рамаҙан - ул айҙарҙың солтаны. Иң яҡшы

ай, сөнки ул Ҡөръән уҡыу, уны өйрәнеү, аяттары тураһында уйланыу айы.

 

Ҡөръән уҡыуҙың үҙ шарттары бар:

 

1. Ҡөръәнде тотор алдынан тәһәрәт ал.

2. Ҡөръәнде таҙа, матур кейемдә, таҙа урында ултырып уҡы.

3.Ҡөръән - ул Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә һүҙҙәре, шуға күрә уны уҡығанда тейешенсә хөрмәт күрһәтеп, баҫалҡылыҡ күрһәтеп уҡы.

4. Ҡөръәнде ӘғүҙүбиЛләһ... тип башла.

5. Һәр сүрә алдынан "Бисмилләһ" әйтергә онотма.

6. Ҡөръәнде уҡығанда аяттары хаҡында уйланып уҡы.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-129936953_2757

"Иманлы ғаилә" төркөмө. 

Автор:
Читайте нас