Теләйбеҙме- теләмәйбеҙме, тормошобоҙ барыбер аҡлы-ҡаралы беҙҙең: шатлығы менән һағышы, һөйөнөсө менән көйөнөсө, ҡауышыуы менән айырылышыуы, табышы менән юғалтыуы һәр саҡ йәнәш йөрөй... style='font-variant-ligatures: normal;font-variant-caps: normal;orphans: 2; widows: 2;-webkit-text-stroke-width: 0px;text-decoration-thickness: initial; text-decoration-style: initial;text-decoration-color: initial;word-spacing: 0px' alt="😪" class=emoji v:shapes="_x0000_i1026">
Тәүҙән үк ҡурҡытмайым әле һеҙҙе, яҙмыштың бер яғы - ҡояшлы яғы тураһында яҙайым. Бөгөн минең тәүгә әсәй булған көнөм: 1991 йылдың 18 апрелендә, төшкө сәғәт 1-ҙәр тирәһендә сабыйым, ҡыҙым Илнара Ильнара Яманаева донъяға килгәйне! Бер ай тирәһе алдан, ҡабаланып тыуһа ла, бәп-бәләкәс кенә булһа ла (хатта стандарт йүргәкте уртаға ҡырҡып, 3-4 айына тиклем төрөп йөрөтөргә тура килде!) иҫ китмәле тыныс, ипле, матур булып үҫте бәпесем! (Ғөмүмән, үҙем дә, ирем дә тыныс холоҡло булғанғалыр, 5 балабыҙ ҙа илаҡ булманы, мыжыманы, юғиһә бишәүҙе табырға теләмәҫ тә инем, моғайын! 😀 )
❤ Ирем дә, 3 ҡыҙ араһында үҫкән бер бөртөк малай, тәүге балабыҙҙың ҡыҙ булыуын теләне. Һәм, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте - 3 ҡыҙ атаһы булып китте! Шунан һуң ғына ике улыбыҙ донъяға килде, бәләкәстәребеҙ инде улары, төпсөктәребеҙ... 😀
🌷Аллаға шөкөр, ошоғаса йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тәртипле, тәүфиҡлы, тыңлаулы ғына булып үҫеп киләләр! Күҙ теймәһен инде берүк! 💚🌹 Ике һеңлеһенә, ике ҡусытыһына бына тигән апай, беҙҙең уң ҡулыбыҙ, ярҙамсыбыҙ булып үҫте Ильнарочкабыҙ! Әле лә шулай, ярҙамсым да, кәңәшсем дә ул! ❤
📖 9 кластан һуң Өфөгә 2-се һанлы педколледжға музыка бүлегенә уҡырға инде, унан һуң БДПУ-ның музыка факультетын тамамлап, үҙ һөнәре буйынса музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Әле 2 йәшлек Рәминә һәм яңы ғына донъяға килгән Рамаҙан атлы ейәнемә әсәй ул...💖🌺👍🖋
🦋🎂Тыуған көнөң ҡотло булһын, ҡыҙым! Бәхетле булығыҙ, Юнир кейәүем менән тиң-тигеҙ, бер-берегеҙҙе аңлап, татыу-татлы йәшәгеҙ! Үҙ балаларығыҙҙы үҙегеҙ үҫтерегеҙ! Иманлы, тәүфиҡлы, үҙегеҙгә шәфәғәтсе булырлыҡ булһын бәпәйҙәрегеҙ! ❤❤❤
🦅😪Хәҙер инде баяғы яҙмыштың икенсе яғы тураһында... Кем үҙенең ҡыҙын айырылышҡан иргә, етмәһә балаһын үҙе көткән, улай ғына ла түгел, балаһы инвалид булған иргә кейәүгә биргеһе килһен! Беҙҙең дә биргебеҙ килмәне Илнарабыҙҙы Юнир кейәүгә. Ысынлап та, айырылышҡан, тәүге никахынан булған 5 йәшлек инвалид ҡыҙын көтә. Бер үҙе. Атаһы-әсәһе күптән вафат, балалар йортонда үҫкән. Йәшәр ере лә юҡ. Бер туған ҡустыһы бар, өйләнмәгән. Икеһе ике ерҙә фатирҙы ҡуртымға алып йәшәйҙәр. Бирергә теләр инегеҙме шундай егеткә ҡыҙығыҙҙы? Юҡтыр. Беҙ ҙә ҡыҙыбыҙҙы кире һүреп ҡараныҡ. Матур, йәш ҡыҙға, һөнәре бар, ата-әсәһе бар, егеттәр бөткәнме ни?! Сиртеп ҡарап, һайлап алырлыҡ сағы ла һуң! 🌺👍
😪😪 Юҡ, Юнирҙе генә яратам, унан башҡаға бармайым, тиеүҙән ары китмәй. Былай 9 йыл буйы, 1-се курстан уҡ яратып йөрөгәнен белә инек инде... Өйләнгәнен дә, 2 йәшлек инвалид балаһы менән ҡатыны ташлап сығып киткәнен дә белә ине. Беҙ ҙә белә инек. Тик ҡыҙыбыҙҙың хистәре үтер, икенсе егетте осратыр тип өмөтләндек... 😓😓
🍀📖 Кире һүрә алмағас, ризалыҡ бирҙек. Стәрленең матур мәсетендә никах уҡыттыҡ. Икәү генә түгел, кейәүебеҙҙең ултыра ла, атлай ҙа, тотоп ашай ҙа алмаған, һөйләшмәгән 5 йәшлек ҡыҙы - Яҙгөл менән өсәүләп тормош башланылар. Йәй еткәс, гөрләтеп туй үткәрҙек. Кейәүҙең күп һанлы туғандарына рәхмәт, ярҙам иттеләр. Тәүҙән Әхәт ҡоҙа менән Ғәҙилә ҡоҙағый килеп, танышып, әйттереп ҡайтҡайнылар. 🦋
🌺 Йәшәп киттеләр, ул ерҙә, был ерҙә фатирҙы ҡуртымға алып, бер йыл Өфөлә, икенсе йылына Санкт-Петербургта ла йәшәп ҡаранылар. Сөнки ауырыу балаға шул дымлы ҡаланың һауаһы килеште, яҡшы докторҙар матур итеп дауаланылар. 🦋
🌺 Әммә үҙҙәренең балаһы булманы. 1 йыл, 2 йыл көттөк, 5 йыл булып китте... Булмаҫ тип өмөтөмдө лә өҙҙөм. Йылайыр дауаханаһынан юллама алып биреп, Өфөгә лә ебәрҙем. Бөтәһе лә һәйбәт, ә бала юҡ... Хәҙер инде, бөгөн ҡыҙым 2 балаға ғүмер биргәс уйлайым: Аллаһы Тәғәлә уны һынап ҡарағандыр, тейем. Бер ярҙамһыҙ ятҡан инвалид баланы ҡарай алырмы, әсәй булырлыҡмы-юҡмы, тип ситтән күҙәткәндер... Сирле баланы ҡарауҙың ни хәтлем ауыр икәнлеген үҙе башынан кисергәндәр генә белә! Башҡаларға белергә яҙмаһын! Аллаһы Тәғәлә бирһә һау бала бирһен, бирмәһә - юҡ, кәрәкмәй ... 💖
❤Лайыҡлы тигәндер Хоҙай! 5 йылдан һуң ауырға ҡалды, 6 йыл тигәндә ӘСӘЙ булыу бәхетенә иреште ҡыҙым! 2021 йылдың Рамаҙан айының йомаһында ейәнсәрем Рәминә донъяға килде. Һәм бына быйыл да Рамаҙан айының йомаһында, 31 мартта, ейәнем Рамаҙан донъяға тәүге ауазын һалды! Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте төшһөн! 🎂
🌷Ә сирле балаға - Яҙгөлгә бөгөн 13 йәш тулып үтте. Әммә хәлдәре яҡшырмай, һаман 5-7 йәшлек бала кеүек кенә. Кейәүем шул хәтлем матур итеп ҡарай уны, пюре рәүешенә килтереп кенә иҙеп ашата бөтөн нәмәне, бөтәбеҙ өсөн дә үҙ һәм яҡын, үҙ ҡыҙыбыҙ кеүек булып китте инде ул бахырҡай бала! Юнир кейәүемә, шулай уҡ ҡыҙыма сабырлыҡ, түҙемлек теләйем... Аллаһы Тәғәлә уларҙан риза булһын!
💞Изге Рамаҙан айында ошо балаға, бәлки, ярҙам итергә теләүселәр табылыр. Аҡса һоранып ултыра тимәгеҙ, зинһар. 8 йыл беҙҙең менән йәшәү ваҡытында бер ҙә ауыҙ асманым, әле килеп, бәлки, фитыр саҙаҡаһын кемгә бирергә белмәгән кешеләр барҙыр. Шулар өсөн яҙам. Мин меңәрләп күсерегеҙ тип тә өндәшмәйем, 50 һум да, 100 һум да файҙа. Тамсынан күл йыйыла, аяғына ла баҫа алмаған сабыйға һеҙҙең йылы һүҙегеҙ ҙә, теләктәрегеҙ ҙә ҙур сауап булыр ине. ..💝
💚 Дауаланыу курсы өсөн кейәүемдең битләүендәге яҙманы ҡуям. Унда нисек яҙылған, шул килеш. Минең үҙемә, Аллаға шөкөр, ярҙам кәрәкмәй! Кемдәр изгелек эшләргә теләй, Аллаһы Тәғәлә сауабын насип итһен! Был турала Юнир кейәүем дә, ҡыҙым да әлегә белмәй, кәрәкмәй тиһәләр, был посымды тиҙ арала алып ташларға тура килер. Сөнки шәхси тормоштарының шаршауын асып күрһәтеү, бәлки, уларға оҡшамаҫ та... Шулай икән, ғәфү итегеҙ, зинһар! 🌴
❤Ассалям уа алейкум уа рахматуЛлахи уа баракатух уважаемые братья и сестры..
Я являюсь отцом дочери Яманаевой Язгуль Ю. Ей 13лет , она страдает тяжёлой формой ДЦП, сопровождающими эпилептическими приступами, а также заболеваниями органов пищеварения, такие как грыжа пищевода, эзогофидный рефлюкс 4 степени. Спастический тетрапапез.
Но несмотря на все эти трудности организма и испытания, мы стараемся по возможности проходить реабилитации в Уфе и Челябинске. Хоть как-то облегчить её состояние. т.к. организм растёт и нуждается в постоянной реабилитации в медицинских учреждениях.
Поэтому, братья и сестры, хочу обратиться к вам за помощью по сбору средств на реабилитацию в г. Челябинск, в медицинский центр "Кия".
Сумма сбора 270 тысяч рублей, для нас сумма не подъёмная. Несмотря на все обстоятельства, я сам не могу работать, т.к. нужен постоянный уход за ребенком и часто нахожусь в реабилитациях с дочерью.
По воле Аллаха наступили 10 последних ночей месяца Рамадана, 10 усердных ночей. Как приводится в хадисе: Поистине, дела оцениваются по их завершению.
Всевышний сказал:
"Тем, кто расходует своё имущество ночью и днём, тайно и явно, уготована награда у их Господа. Они не познают страха и не будут опечалены".(Священный Коран, 2:274)
💳 Карта привязана к номеру 89373206372 Яманаев Юнир Закиевич с пометкой ("для Язгуль")
Номер карты:
2202 2004 7036 7937.
Пусть Создатель дарует нам в этот месяц Рамадан терпения и усердия в благих делах, чтобы извлечь много пользы для вас самих.
📖📖
Дуҫтарым, репост эшләргә мөмкин. Төрлө чаттарға һалырға ла ризалыҡ бирәм...
Теләйбеҙме- теләмәйбеҙме, тормошобоҙ барыбер аҡлы-ҡаралы беҙҙең: шатлығы менән һағышы, һөйөнөсө менән көйөнөсө, ҡауышыуы менән айырылышыуы, табышы менән юғалтыуы һәр саҡ йәнәш йөрөй...

Яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева битләүенән.