Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
18 Июнь 2023, 11:00

Был ысынлап та ғәҙәти булмаған юл билдәһе

 Әлхәмдүлиллаһ, изге күңелле ҡәрҙәштәр ярҙамы менән эште тамамлап ҡуйҙыҡ. Хәҙер Амангилде янынан үтеүсе юлсылар Аллаһы Тәғәләгә зекер әйтеп уның рәхмәтендә булырҙар тип өмөт итәбеҙ. ИншАллаһ!Һеҙҙең яҡта ошондай яҙыуҙар бармы? 

Был ысынлап та ғәҙәти булмаған юл билдәһеБыл ысынлап та ғәҙәти булмаған юл билдәһе
Был ысынлап та ғәҙәти булмаған юл билдәһе

Амангилде эргәһенән үтеүселәр, ауылға килеүселәр ауылыбыҙҙың юл ситендәге ғәҙәти булмаған юл билдәләрен күреп ғәжәйеп тә ҡылғандыр, ҡыуанғандыр ҙа. Был ысынлап та ғәҙәти булмаған юл билдәһе. Әлхәмдүлилаһ, беҙ - Амангилде ауылы мосолмандары, ниәтләгән изге эшебеҙҙе тормошҡа ашырҙыҡ. Атанғолов Иршат күптән бындай юл билдәләрен Чечняла күреп ҡайтып ауыл эргәһенә ҡуйыу тәҡдиме менән янып йөрөгәйне. Әммә юл билдәһен ҡуйыу еңел генә бирелә торған эш түгел. Иршат ағай тәҡдим менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәйне. Хакимиәт махсус комиссия төҙөп, урынын билдәләне. Унан һуң юл хужалығы идарылығынан рөхсәт юллау эштәре атҡарылды. Табличкаларҙы ГОСТ буйынса эшләтеү өсөн байтаҡ матди сығымдар талап ителде. Яҡтылыҡты ҡайтарыу сифаты менән эшләтеү ҙә ҡиммәткә төшә. Өфө ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Искужин Морат табличкаларҙы эшләүҙе һәм сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алып һөйөндөрҙө. ДРСУ билдәләрҙе нығытыуға торба менән тәьмин итте. Шулай уҡ нығытыу материалдары өсөн аҡсалата ярҙам итеүселәр булды. Әлхәмдүлиллаһ, изге күңелле ҡәрҙәштәр ярҙамы менән эште тамамлап ҡуйҙыҡ. Хәҙер Амангилде янынан үтеүсе юлсылар Аллаһы Тәғәләгә зекер әйтеп уның рәхмәтендә булырҙар тип өмөт итәбеҙ. ИншАллаһ!
Рөстәм Юлмөхәмәтов.

Сығанаҡ: "Осҡон"

Фото: "Осҡон"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас