Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
7 Июль 2023, 08:57

Буш өйгә кергән саҡта сәләм бирәһегеҙме?

"Беҙҙең ғаиләлә шундай ғәҙәт бар: тыштан ингәндә, өйҙә бер кем дә булмаһа ла: "Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ", - тип ҡысҡырып сәләм бирәбеҙ. Сөннәттә бындай нәмә бармы, дөрөҫ ғәмәлме?"

Буш өйгә кергән саҡта сәләм бирәһегеҙме?Буш өйгә кергән саҡта сәләм бирәһегеҙме?
Буш өйгә кергән саҡта сәләм бирәһегеҙме?

"Беҙҙең ғаиләлә шундай ғәҙәт бар: тыштан ингәндә, өйҙә бер кем дә булмаһа ла: "Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ", - тип ҡысҡырып сәләм бирәбеҙ. Сөннәттә бындай нәмә бармы, дөрөҫ ғәмәлме?"

Яуап:  Ҡара: әл-Бохари, "Сахих", 1186-сы хәҙис.

Гел, ишектән кергәс тә, өйҙәгеләрҙе: "Әссәләмү ғәләйкүм!" – тип (йә тулыһынса: "Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!" – тип) сәләмләгеҙ.

 Әнәс ибн Мәлик исемле сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын): "Миңә Аллаһ рәсүле ﷺ: "Улым, ғаиләң янына кергән саҡта сәләм бир – бынан үҙеңә лә, йорт әһелдәреңә лә бәрәкәт булыр", – тип өйрәтте", – тигән.

 Ҡара: әт-Тирмиҙи, "Джәмиғ", 2698-се хәҙис, сахих.

Буш (бер кем дә булмаған) өйгә кергән саҡта: "Әссәләмү ғәләйнә үә ғәлә ғибәди-Лләһи-ссалихин", – тип сәләм бирегеҙ (тәржемәһе: "Беҙгә лә, Аллаһтың барлыҡ изге ҡолдарына лә сәләм!").

السلام علينا و على عباد الله الصالحين
 Ҡара: әл-Бохари, "Әдәб әл-Мүфрад"; Мәлик, "әл-Мүатта".
 Был сәләмләү эсенә өй эсендәге фәрештәләр ҙә инеп китә. – тәрж.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/im?sel=150653071&w=wall-117353022_5936%2F44f6c01886ebb68a76

Автор:
Читайте нас