Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
27 Июль 2023, 07:45

Йома, 28 июль – Ғәшүрә көнө

Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоу – яҡшы ғәмәл. Тик рамаҙан айындағы кеүек фарыз (мотлаҡ) түгел: кем теләй – тота, кем теләмәй – юҡ. Йомаға тура килгәс (яңғыҙ йомала ураҙа тоторға ярамай), уның эргәһендәге көндәр менән бергә  (йә кесе йома, йә шәмбе) тотор кәрәк.

Йома, 28 июль – Ғәшүрә көнө
Йома, 28 июль – Ғәшүрә көнө

Ошо көндә ислам тарихында билдәле ваҡиғалар булған: күктәр барлыҡҡа килтерелгән, Әҙәм ғәләйһис-сәләм яралтылған һәм ошо көндә уның тәүбәһе ҡабул ҡылынған (гонаһ ҡылғандан һуң), ошо көндә бөтә донъяны баҫҡан туфан туҡтаған һәм Нух ғәләйһис-сәләмдең кәмәһе ҡоро ергә еткән, Муса ғәләйһис-сәләм һәм уның халҡы Фирғәүендән ҡотолған, Юныс ғәләйһис-сәләм балыҡ (кит) ҡарынынан (эсенән) сыҡҡан, Ибраһим ғәләйһис-сәләм уттан һәм күп илаһтарға табыныусыларҙан,  Әйүп ғәләйһис-сәләм яман ауырыуҙан ҡотолған.

Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоу – яҡшы ғәмәл. Тик рамаҙан айындағы кеүек фарыз (мотлаҡ) түгел: кем теләй – тота, кем теләмәй – юҡ. Йомаға тура килгәс (яңғыҙ йомала ураҙа тоторға ярамай), уның эргәһендәге көндәр менән бергә  (йә кесе йома, йә шәмбе) тотор кәрәк.

Кем Ғәшүрә көнө ураҙа тота, уның үткән йылғы гонаһтары юйыла, тиелә хәҙистә.

Әбү Ҡатаданан еткерелә, пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: “Мин Аллаһҡа ышанам: Ғәшүрә көнөндәге ураҙа үткән йылдың гонаһтары юйылыуға сәбәп булыр” (Мөслим, 1162).

Абдулла ибн Ғамрҙан еткерелә, Аллаһ рәсүле, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: “Рамаҙан айынан тыш иң яҡшы ураҙа – Аллаһ айы булған әл-мөхәррәм айындағы ураҙа” (Мөслим, 1163).

“Ислам бөгөн”һәм “Хәҙистәр энциклопедияһы” төркөмөндәге мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп әҙерләнде.

 

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: