Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
4 Август 2023, 11:49

Сихыр, боҙом, ҡара уй күҙ тейеү...

Йылына ике мәртәбә өйҙө ыҫлап алырға кәрәк.   Өйҙө һәм үҙегеҙҙе ошо рәүешле төтәҫләгәндән һуң, тормошоғоҙ ыңғайланыр, сәләмәтлегегеҙ арыуланып, үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшырыр, юлдарығыҙ асылыр.

Сихыр, боҙом, ҡара уй күҙ тейеү...
Сихыр, боҙом, ҡара уй күҙ тейеү...

Мөжәүир хәҙрәт төрлө сирҙән, сихыр, боҙом, ҡара уй, һоҡ, күҙ тейеү, тел-тештән өй эсен төтәҫләп таҙалау өсөн боланут (Иван чай) үләненә мәтрүшкә һәм артыш ҡушып ҡулланырға кәңәш биргән.
Төтәҫләр (ыҫлар) алдынан башта тәһәрәтләнегеҙ, доғалар уҡығыҙ. Еләҫ ерҙә киптерелгән артыш (можжевельник ), мәтрүшкә, хәҙрәт үләнен (боланут, иван чай) самалап алығыҙ. Шунан үләндәрҙе бер-бер артлы һауытҡа һалып ут ҡабыҙығыҙ. Иң беренсе артыш, мәтрүшкә, артабан хәҙрәт үләнен яндырығыҙ, аҙаҡ төтөнө менән өйҙө төтәҫләгеҙ. Ишектең һул яғынан башлағыҙ, сәғәт теле йөрөүе буйынса барығыҙ. Мөйөштө аҫтан өҫкә төтәҫләгеҙ. Үлән ҡайһы ерҙә шытырҙап яна, шул ерҙә төтөнлө һауытты оҙағыраҡ тоторға кәрәк. Изге әүлиәбеҙ ошолай итеп йылына бер-нисә тапҡыр өйҙө таҙалап торорға өйрәткән. Өйҙө һәм үҙегеҙҙе ошо рәүешле төтәҫләгәндән һуң, тормошоғоҙ ыңғайланыр, сәләмәтлегегеҙ арыуланып, үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшырыр, юлдарығыҙ асылыр.

 

 

Автор:
Читайте нас: