Әбйәлил районы Асҡар ауылының Мырҙабай биҫтәһендә һалынған “Рәсүлиә” мәсетен асыу тантанаһы уҙҙы.
Сарала район мәсеттәренең имамдары, ауылдар халҡы, шулай уҡ Баймаҡ, Учалы, Өфө ҡалаларынан да ҡунаҡтар ҡатнашты.
Мәсеттең имамы Сәйфулла хәҙрәт иман йорто төҙөлөшөнә ярҙам күрһәтеүселәрҙең – берәүҙәр матди ярҙам күрһәткән, икенселәр ҡул көсө менән терәк булған, кемдер фәһемле кәңәштәрен биргән – һәммәһенә лә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сығыш яһағандар мәсеттең оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен, мәсеттән халыҡтың өҙөлмәүен, Аллаһ йортона айырыуса йәштәрҙең, балаларҙың күберәк йөрөүен теләне.
Сарала ҡатнашыусылар бергәләп өйлә намаҙын уҡығандан һуң, ҡорбан ашынан ауыҙ итте.
Иман йортонда аҙан тауыштары тынмаһын, йома намаҙҙары уҡылһын, дини йолалар башҡарылһын
Сығанаҡ: "Осҡон"
Фото: "Осҡон"