Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
15 Сентябрь 2023, 10:40

БӨГӨН ЙОМА КӨН - САҘАҠА БИРӘЙЕК!

Бирелгән хәйер (мал) ҮҘ ФАЙҘАҒЫҘҒА булыр. Һеҙ малдарығыҙҙы (саҙаҡағыҙҙы) бары тик Аллаһ ризалығын алыр өсөн бирәһегеҙ. АЛЛАҺ ЮЛЫНДА САРЫФ ИТКӘН МАЛДАРЫҒЫҘ (САҘАҠАЛАР, ЗӘКӘТ, ХӘЙЕР) өсөн һеҙ АРТЫҒЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНЕРҺЕГЕҘ. Һеҙ сауап мәсьәләһендә хаҡһыҙ рәнйетелмәйәсәкһегеҙ."

БӨГӨН ЙОМА КӨН - САҘАҠА БИРӘЙЕК!
БӨГӨН ЙОМА КӨН - САҘАҠА БИРӘЙЕК!

Әле берәү миңә саҙаҡа тураһында Ҡөрьән нимә ти, тип һорап яҙған. Шуға яуап эҙләп ултырҙым да, файҙаһы төркөмдәштәргә лә тейер, бәлки, тип уйланым.
" Зилзилә" сүрәһе, 7-се аят: " Кем туҙаан бөртөгө хәтле генә изгелек ҡылған булһа, хатта шул да күренер".8-се аят, ошо уҡ сүрәлә: " Кем туҙан бөртөгө хәтле әшәкелек ҡылған булһа, ул да күренер".

"Бәҡара " сүрәһе, 267-се аят: " Эй, мөьминдәр, йыйған малдарығыҙҙың иң затлыларын ғына һәм һеҙҙең өсөн ерҙән сығарғаныбыҙҙан (саҙаҡа, хәйер, зәкәт биреп, Аллаһ юлында) сарыф итегеҙ. Күҙ йомоп (сырайығыҙҙы һытып, ерәнеп кенә, теләр-теләмәҫ кенә) алырҙай затһыҙ малды хәйергә бирмәгеҙ (үҙегеҙгә оҡшамаған, ғәмәлгә яраҡһыҙ мал хәйергә бирелмәҫ). Белеп тороғоҙ, Аллаһ сикһеҙ бай һәм маҡтауға лайыҡ”.

"Әл -БӘҠАРА" сүрәһе, 274-се аят: " Малдарын иртә-кис, йәшертен йәки йәшермәйсә (Хаҡ, йәғни Аллаһ юлында) сарыф иткәндәргә Аллаһ хозурында әжерҙәр бар. Уларға һис бер ҡурҡыныс янамаҫ, уларға ҡайғы килмәҫ".

Шул уҡ сүрә, 272-се аят:" Эй, Мөхәммәд, уларҙы (бәндәләрҙе) һиҙәйәткә ирештереү һиңә йөкләнмәй. Кемгә теләһә, Аллаһ һиҙәйәтте шуға бирә. Бирелгән хәйер (мал) ҮҘ ФАЙҘАҒЫҘҒА булыр. Һеҙ малдарығыҙҙы (саҙаҡағыҙҙы) бары тик Аллаһ ризалығын алыр өсөн бирәһегеҙ. АЛЛАҺ ЮЛЫНДА САРЫФ ИТКӘН МАЛДАРЫҒЫҘ (САҘАҠАЛАР, ЗӘКӘТ, ХӘЙЕР) өсөн һеҙ АРТЫҒЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНЕРҺЕГЕҘ. Һеҙ сауап мәсьәләһендә хаҡһыҙ рәнйетелмәйәсәкһегеҙ."

Хәлдән килгәнсе САҘАҠА бирәйек - иншаллаһ, Аллаһ артығы менән бүләкләргә вәғәҙә итә!

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА. 

Фото: Бәйләнештә.

Автор:
Читайте нас: