Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
28 Сентябрь 2023, 12:50

ҒӨШӨР САҘАҠАҺЫ

Ғөшөр саҙаҡаһы нимә ул һәм ул кемдәргә бирелә?

ҒӨШӨР САҘАҠАҺЫ
ҒӨШӨР САҘАҠАҺЫ

 

Һорау: “ Ғөшөр саҙаҡаһы нимә ул һәм ул кемдәргә бирелә?

Һорауға яуапты райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов бирә:

 

 - Саҙаҡаның бер төрө – ғөшөр саҙаҡаһы.

Ул ауыл хужалығы продукцияһынан, йәғни, сәскән игендән, үҫтергән йәшелсә-емештән, ҡорт балынан һ.б. бирелә. Шуның өсөн ул кемдең ере бар һәм кем шул ер менән файҙаланып уңыш ала – шуларҙың өҫтөндәге бурыс.

Был саҙаҡаның исеме ғәрәп телендәге “ғәшәрә” (ун) тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан һәм сезонында алған уңыштың ундан бер өлөшөнә тиң.

Яһалма һуғарыуһыҙ (һыу һипмәй) үҫтергән йәшелсә-емештең, игендең  ундан бер өлөшө ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирелә (мәҫәлән, иген культуралары, алма, груша, картуф, көнбағыш һ.б.). Әгәр кеше  ул нәмәләргә һыу һипһә (ҡоролоҡ сәбәпле), егерменән бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирә.

Ғөшөр саҙаҡаһының мотлаҡлығына (обязательный) Ҡөрьән аяты дәлил: “ Әй, һеҙ, иман килтереүселәр! Аллаһ ризалығы өсөн йыйған малдарығыҙҙың иң затлыларын ғына һәм һеҙҙең өсөн ерҙән сығарғандарыбыҙҙан (саҙаҡа, хәйер, зәкәт биреп, Аллаһ юлында) сарыф итегеҙ.Күҙ йомоп (сырайығыҙҙы һытып, ерәнеп кенә, теләр-теләмәҫ кенә) алырҙай затһыҙ малды (байлыҡты),  үҙегеҙгә оҡшамаған, ғәмәлгә яраҡһыҙ мал (әйбер, ризыҡ хәйергә бирелмәҫ). Белеп тороғоҙ: Аллаһ сикһеҙ бай һәм маҡтауға лайыҡ!” (“Әл – БАҠАРА, 267-се аят).

Ғөшөр саҙаҡаһы – исламдың биш терәгенең береһе булған зәкәттең бер өлөшө булып тора. Мосолмандар был саҙаҡа төрөнә әллә ни әһәмиәт биреп бармай. Бәғзеләр, ғилем юҡлыҡтан, уңышты мин үҫтерҙем, тимәк, минеке генә, тип уйлай.

Ерҙең бәрәкәттәре, ниғмәте менән файҙаланыу мөмкинлеге – Аллаһтан. Емеш-еләк үҫһен өсөн кәрәк һыу, йылылыҡ, ямғыр һ.б. – Аллаһтыҡы. Шуға Аллаһҡа рәхмәт һәм шөкөр йөҙөнән, Ул һиңә бирәсәк ниғмәтте тағы арттырһын, бәрәкәтле ҡылһын, тигән ниәттә, ғөшөр саҙаҡаһы биреү бик дөрөҫ һәм кәрәк.

Башҡа төр саҙаҡалар кеүек, ғөшөр саҙаҡаһы мохтаждарға ( аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға һ.б.) бирелә. Ғөшөр саҙаҡаһын социаль учреждениеларға – яҡындағы балалар, ололар йорттарына,мәҙрәсәләргә бирә алаһығыҙ.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите

Автор:
Читайте нас: