Һәр заманда ҡатын-ҡыҙ матурлыҡҡа ынтыла. Яулыҡ ябынған һылыуҙар ҙа шул иҫәптән. Тышҡы ҡиәфәт тураһында Ислам нимә ти икән? Биҙәнергә, ҡаш йолҡорға, сәс буярға яраймы? Кем нимә тип өйрәтмәй! Иң мөһиме — тигеҙ ҡаштар, ал ирендәр артынан ҡыуып, күңел матурлығы тураһында онотмаһаҡ ине!
Ҡаш йолҡоу
“...Бойороҡ бирермен һәм улар Аллаһ барлыҡҡа килтергәнде үҙгәртер”, — тип, Ҡөрьәндә шайтандың әйткәндәре килтерелә. Был һүҙҙәр кешенең ҡиәфәтенә лә ҡағыла. Табиптар ҡушмаһа йә башҡа төрлө ҡәтғи сәбәп булмайынса, кеше үҙендә ниҙер үҙгәртергә тейеш түгел. Ҡашҡа килгәндә, рәттән сығып торған ҡайһы бер сәстәрҙе бөхтәлек өсөн генә йолҡорға була, уларҙың формаһын үҙгәртергә ярамай.
Тәндәге сәстәрҙе ҡырыу
Мөхәммәт Пәйғәмбәр (ﷺ) әйткән: “Фитраға киләһеләр инә: мыйыҡты ҡырҡыу, һаҡал үҫтереү, мисүәк таяғы менән теш таҙартыу, танау эсен йыуыу, тырнаҡ ҡырҡыу, бармаҡ араларын йыуыу, ҡултыҡ аҫтындағы сәсте йолҡоу, түмһәкәйҙәге сәсте ҡырҡыу, тәһәрәт алыу, сөннәтләү”.
Тәндәге сәстәрҙе ҡырырға, ҡырҡырға мөмкин. Урынын һәм күпме икәнен һәр кем үҙе хәл итә.
Тырнаҡ буяу
Тырнаҡ буярға ла мөмкин. Әммә тәһәрәт алғанда лак менән ҡапланған тырнаҡтарға һыу теймәй, тимәк, тәһәрәт дөрөҫ булмай. Һөҙөмтәлә уҡылған намаҙ ҙа иҫәпкә алынмай.
Пластик операция эшләтеү
Динебеҙ тормош сифатына, йәшәргә, кешеләр менән аралашырға ҡамасаулаған етешһеҙлектәр булған хәлдә йә табиптар кәңәше буйынса ғына пластик операция яһарға мөмкин, ти. Алтынсы бармаҡты киҫеп ташлау, ҡыйыш танауҙы төҙәйтеү, ҡылый күҙҙәрҙе үҙгәртеү — ошондайыраҡ операцияларға рөхсәт бар. Мода артынан ҡыуып, тағы ла матурайыр өсөн, кемгәлер оҡшайым тип, хирург бысағы аҫтына ятыу Аллаһ Тәғәлә барлыҡҡа килтергәнде үҙгәртеү тип иҫәпләнә, тимәк, тыйыла.
Сәс киҫеү
Мосолман ҡатын-ҡыҙы ҡыҫҡа сәс йөрөтә ала. Әммә тап-таҡыр итеп алдырмау хәйерлерәк (әгәр табиптар талап итмәһә, әлбиттә). Ауырлы саҡта сәс ҡырҡырға ярамай, тигән дә тыйыу исламда юҡ.
Сәс буяу
Ислам сәс буяуҙы тыймай. Үҙегеҙҙең теләккә ҡарап төҫтө һайлай алаһығыҙ. Әммә ҡара төҫтө күп кенә ислам белгестәре кәңәш итмәй. Ҡайһы берҙәре был тыйыу ирҙәргә генә ҡағыла тип иҫәпләй.
Биҙәнеү
Макияж да тыйылмай. Биҙәнеп намаҙ уҡырға ла була. Макияж күҙгә ташланмаған, ипле генә итеп эшләнгән булыуы хәйерлерәк. Тик тәһәрәт алған һайын яңынан биҙәнергә теләгән ҡыҙҙар күпме икән?
Татуаж яһатыу
Һуңғы йылдарҙа иренгә, ҡаштарға, күҙ ҡабағына татуаж эшләү киң таралды. Уны юйып та, йыуып та булмай. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә барлыҡҡа килтергән ҡиәфәтте үҙгәртеү тип иҫәпләнә, ә был тыйылған эш.
Ҡояшта ҡыҙыныу
Солярийға йөрөү — намаҙға бер нисек тә йоғонто яһамай. Ҡояшта ҡыҙыныу ҙа тыйылмай. Тик ярым яланғас көйө башҡаларҙың (иреңдән һәм балаларыңдан башҡа) күҙенә күренеү, билдәле, ярамай.
Айгөл СӘЛӘХОВА.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo