Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә бойора: "Йома" сүрәһендә 9 аятында, يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا إِذَا نُودِيَ لِلصَّلَاةِ مِنْ يَوْمِ الْجُمُعَةِ فَاسْعَوْا إِلَىٰ ذِكْرِ اللَّهِ وَذَرُوا الْبَيْعَ ۚ ذَٰلِكُمْ خَيْرٌ لَكُمْ إِنْ كُنْتُمْ تَعْلَمُون "Әй Иман килтергән кешеләр!Әгәр йома көнө намаҙға саҡырһалар,Аллаһҡты иҫкә алыр өсөн мәсеткә ынтылығыҙ һәм донъяуи эштәрегеҙҙе ҡалдырып тороғоҙ.Был һеҙҙең өсөн хәйерлерәктер,әгәр белһәгеҙ ине!" Аллаһ мәсеткә ынтылығыҙ тип ҡуша.Быны үтәмәү ҙур гонаһ. Йома әҙәптәренән; Ғөсөл ҡойоноу,үҙеңде тәртипкә килтереү(Сәстәрҙе ипләү,тырнаҡтарҙы ҡырҡыу,таҙа кейем кейеү һ.б),"Кәф" сүрәһен уҡыу,Мөхәммәт пәйғәмбәргә күпләп салауат әйтеү,иртәрәк мәсеткә барыу. Йома көнө мосолман бигерәк әҙәпле булырға тейеш. Иң тәүҙә ата әсәйгә ҡарата хөрмәт. Туғандар менән аралашырға тырышыр кәрәк(туғанлыҡ ептәрен өҙөү,ҙур гонаһ).Күршеләрҙең хаҡын онотмайыҡ. Мөхәммәт пәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһи үәссәләм әйткән: "Иманлы кешенең күршеһе тик изгелек күрер ". Шул уҡ йома көнө балаларҙы онотмайыҡ. Уларҙы йома тәртибенә өйрәтер кәрәк. Беҙҙең киләсәк бит. Киләсәктә мәсеткә бөгөн йома көнө,йома намаҙы тип ынтылһындар!