Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
11 Декабрь 2023, 22:40

Өмөтөң өҙөлмәһен

“Һеҙ ғаиләгеҙҙе һаҡлап ҡалыуығыҙ һәм ҡатынығыҙҙан айырылмауығыҙ менән бер ниндәй гонаһлы эш ҡылмайһығыҙ. Әммә бында күңелде ҡырырлыҡ бер хәл бар. 

Өмөтөң өҙөлмәһен
Өмөтөң өҙөлмәһен

“Ғаилә ҡорғаныма ун йылдан ашыу. Балаларым юҡ һәм булыуына өмөтөмдө өҙгәнмен инде. Бөтә туғандарым да ҡатынымдан айырылып икенсегә өйләнеүемде теләй. Минең ныҡлы ғаиләмде тарҡатҡым килмәй. Шулай яҙған булһа, ҡартлығымды балаларһыҙ ҡаршыларға ла ризамын. Был дин күҙлегенән ҡарағанда яҙыҡ түгелме икән? Икенсе ҡатындан бала таптырыу, хыянат итеү кеүек аҙымға бара алмайым”.

Дин буйынса ғалим Шамил ӘЛӘҮЕТДИНОВ яуап бирә.

“Һеҙ ғаиләгеҙҙе һаҡлап ҡалыуығыҙ һәм ҡатынығыҙҙан айырылмауығыҙ менән бер ниндәй гонаһлы эш ҡылмайһығыҙ. Әммә бында күңелде ҡырырлыҡ бер хәл бар. Өмөтһөҙлөккә бирелгәнһегеҙ. Алдағы көнгә ышаныс менән ҡарамау дөрөҫ түгел. Хатта гонаһ тип әйтергә лә ярайҙыр әле. Күңелдә өмөт үлһә, теләгән нәмәнең тормошҡа ашыры икеле. Иманлы кеше һәр ваҡытта ла дөрөҫ һәм изге эштәрҙең килеп сығырына ышанырға тейеш.
Ибраһим пәйғәмбәргә фәрештәләр ниһайәт, балаң тыуа, тип әйткәс, ул бик ғәжәпләнгән һәм былай тигән: “Был хәбәр менән мине оло йәшкә еткәс ҡыуандыраһығыҙмы? Минең йәштә атай булмайҙар. Йә инде, ни әйтерһегеҙ?”
“Беҙҙең хәбәребеҙ дөрөҫ. Өмөтөн өҙгәндәр менән бер булма!” – тигән фәрештәләр.
“Аҙашҡандар ғына Аллаһ рәхмәтенә шик белдерә. Тик улар ғына аптырап һәм юғалып ҡалыу һаҙлығына бата. Тик улар ғына Хоҙайҙың камил көсөн, мәңгелеген аңламай. Ә мин ундайҙар араһынан түгел!” – тип яуап бирә уларға Ибраһим пәйғәмбәр (Изге Ҡөрьән, 15:54-56 ).
Был хәл йәнә ике сүрәлә саҡ ҡына икенсерәк итеп бәйән ителә.
Тормошта ла миҫалдар күп, шәхси тәжрибәмдән дә сығып әйтәм: табиптар түлһеҙ тигән диагноз ҡуйған хәлдә лә, ун-ун биш йыл үткәс ғаиләлә бала тауышы ауаз һала. Аллаһтың ҡөҙрәте сикһеҙ, уның бар эшендә лә беҙ аңлап та етә алмаған тәрән аҡыл, мәғәнә ята.
Ҡөрьәндә балаһыҙлыҡҡа ҡарата ошондай аят бар: “Юғары Көс ерҙәге хәлдәргә лә, күктәгеһенә лә хаким. Ул нимә теләй, шуны булдыра. Кемгә – ҡыҙ, кемгә ир бала бирергә ул ғына белә. Йәиһә ғаиләне ҡыҙҙар һәм малайҙар менән дә бүләкләй. Ҡайһы берәүҙәрҙе балаһыҙ ҙа итә. Уның бөтә нәмәне лә белеүе һәм сикһеҙ көскә эйә булыуы хаҡ” (Изге Ҡөрьән, 42:50).
Эйе, ҡайһы бер ғаиләләр түлһеҙ. Әммә был хөкөм ҡарары түгел. Бәлки, ул ваҡытлыса ғына күренештер. Аллаһтың ихтыяры булһа, хәл-ваҡиғалар бөтөнләй икенсе яҡҡа үҙгәреп китеүе мөмкин. Күпмелер ваҡыт түлһеҙлек диагнозы менән йәшәгәндәрҙең аҙаҡтан дүртәр-бишәр бала табыуы ла ихтимал.
Ошо урында мосолмандар өсөн бик мөһим әйберҙе иҫкә алып үтке килә. Әгәр ҙә кеше Аллаһ мәрхәмәтенә ышанһа, маҡсаты тормошҡа ашыр, өмөттәре аҡланыр. Барыһына ла ҡул һелтәп, өмөтһөҙлөккә бирелгән, ышанысы ҡалма­ған­дар­ҙың ғына бер нәмә лә килеп сыҡмауы ихтимал.
Ҡөрьән тексында был хаҡта ап-асыҡ итеп яҙылған: “Аллаһ шәфҡәтенә күңелегеҙ һүрел­мә­һен” (Изге Ҡөрьән, 39:53).
Шулай уҡ кешенең донъяуи мөмкинлектәренең сикһеҙлеге, ни бары өмөтһөҙлөккә бирелеп, төңөлөүгә генә китергә ярамағанлығы тураһында ошо аят бына нимә бәйән итә: “Юғары Көс теләгән нәмәне эҙһеҙ юҡ итә ала, шул уҡ ваҡытта был һеҙҙе көтәсәк ниндәйҙер уңышһыҙлыҡ, бәләгә лә ҡағыла. Ниндәй ҙә булһа изге эшең, доғаң йә матур мөнәсәбәтең арҡаһында яҙмышыңа яҙған насарлыҡты юйып ташлауы, ә насип булыр бәрәкәтте арттырыуы ихтимал”.
Нығыраҡ аңлайышлы булһын өсөн имам Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығын да ҡулланайыҡ. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм былай тигән: “Кеше ниндәй ҙә булһа гонаһ ҡылған өсөн үҙенең өлөшөнән мәхрүм ҡалыуы бар. Доға ҡылыуҙан башҡа бер нәмә лә яҙмышҡа яҙылғанды үҙгәртә алмай. Ә изге эштәрҙән башҡа бер нәмә лә ғүмерҙе оҙонайта, уны сағыу, эстәлекле итә алмай”.
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең арҡаҙашы Өмәр, Ҡәғбәне урағанда, күҙ йәштәре аша, гел бер доғаны ҡабатлар булған: “Эй, Аллаһым! Әгәр минең яҙмышыма берәй бәлә, бәхетһеҙлек, гонаһ ҡылыу яҙылған булһа, эҙһеҙ юйҙыр инде. Уны бәхет, уңыш һәм бәрәкәткә әйләндерһәң ине!”
Ә беҙ доға ҡылырға ла иренәбеҙ. Һәр ваҡыт аҙаҡҡа ҡалдырабыҙ. Аллаһ ниндәй ҙә булһа күңелһеҙ хәл килеп тыуһа ғына иҫкә килеп төшә. Тәүбә.
Үҙ рәхмәтеңдән айырма беҙҙе, фекерләү һәләтебеҙҙе киңерәк ит, аң кимәлебеҙҙе үҫтер, рухи һәм физик көс бир, Аллам! Амин!”

Шулай уҡ кешенең донъяуи мөмкинлектәренең сикһеҙлеге, ни бары өмөтһөҙлөккә бирелеп, төңөлөүгә генә китергә ярамағанлығы тураһында ошо аят бына нимә бәйән итә: “Юғары Көс теләгән нәмәне эҙһеҙ юҡ итә ала, шул уҡ ваҡытта был һеҙҙе көтәсәк ниндәйҙер уңышһыҙлыҡ, бәләгә лә ҡағыла. Ниндәй ҙә булһа изге эшең, доғаң йә матур мөнәсәбәтең арҡаһында яҙмышыңа яҙған насарлыҡты юйып ташлауы, ә насип булыр бәрәкәтте арттырыуы ихтимал”.

Гөлсинә ЙОСОПОВА әҙерләне.
Һорауға яуап umma.ru сайтынан алынды.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: