Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
22 Декабрь 2023, 21:04

Ата әҙәбе

Сөнки яҡлашыуҙы күргән бала үҙен ҡыйырһытылған тип уйлар, иркәләргә өйрәнер, һис бер тәрбиә алмай, ата менән әсә араһында бер-береһенән ҡасып, ошаҡлашып йөрөр.

Ата әҙәбе
Ата әҙәбе

1. Балаларығыҙҙы иң кескәй саҡтарынан тәрбиәләй башлағыҙ. Уларҙың күңелдәренә күркәм холоҡ орлоҡтары сәсегеҙ. Кешелеклелек һәм изгелек нисек булыуын төшөндөрөгөҙ, урынына ҡарап бер аҙ йомшаҡлыҡ һәм ваҡытына ҡарап бер аҙ ҡатылыҡ та күрһәтегеҙ, ләкин ҡурҡып түгел, ә тулыһынса дөрөҫ эшләүен аңлап, һүҙегеҙ буйынса ғәмәл итеүҙәре менән ғорурланығыҙ.
2. Балаларығыҙҙың үҙҙәрен һәм уларҙың күҙ алдында башҡаларҙы һүкмәгеҙ. Әгәр кешегә яман һүҙ әйткәнен ишетһәгеҙ, ҡаршы булығыҙ – һүгергә өйрәнмәһендәр.

3. Балаларығыҙ алдында үҙегеҙҙе хөрмәтле тотоғоҙ, улар һеҙҙән ғорур булырға өйрәнһендәр, шуның арҡаһында ғаилә эсендә та- тыулыҡ һәм мөхәббәт хөкөм һөрөр. Уларға һис бер ваҡытта ялған һөйләмәгеҙ, яман доға ҡылмағыҙ. Бындай нәмәләр уларҙы яман һөйләргә өйрәтеү була, атаның хөрмәтен кәметә.

4. Ҡатынығыҙ тәрбиәләй башлаһа, уларҙың араһына инмәгеҙ. Һеҙ тәрбиәләгәндә ҡатынығыҙ ҙа ҡыҫылмаһын. Бындай эш тәрбиә түгел, бәлки, тәрбиәһеҙлектер. Сөнки яҡлашыуҙы күргән бала үҙен ҡыйырһытылған тип уйлар, иркәләргә өйрәнер, һис бер тәрбиә алмай, ата менән әсә араһында бер-береһенән ҡасып, ошаҡлашып йөрөр.

5. Был донъяла кешеләрҙең ҡиммәте тик үҙ тырышлыҡтары менән булыуын һәм һәр
кем үҙ йүнен үҙе күрергә бурыслы икәнен балаларығыҙға аңлатығыҙ. Кешегә таянып һәм тик бәхеткә, хәйер-доғаларға ышанып торорға өйрәнмәһендәр.

6. Иман һәм дин хөкөмдәрен, фарыз, важип һәм харамдарҙы өйрәтегеҙ, ғәмәлдәрҙе ҡылдырырға ғәҙәтләндерегеҙ (дини тәрбиәне йәш сағында алған бала ҙурайғас та юғалмаҫ).
7. Балаларығыҙға файҙалы маҡсаттар хасил итеүҙә ярҙам бирегеҙ, мөмкин булһа, был юлда аҡса ҡыҙғанмағыҙ. Уларҙы кеше ишектәренә йөрөргә, хәйерһеҙ эш башҡарырға мәжбүр итмәгеҙ.

8. Балаларығыҙ өсөн мал йыйып та тәрбиәләренә иғтибарһыҙ ҡалмағыҙ, малды уларҙың тәрбиәһе юлында сарыф итегеҙ.
Бөтмәй торған мираҫ – гүзәл тәрбиә, шуны белегеҙ. Дөрөҫ тәрбиә булмаһа, балалар өсөн
донъя тулы алтын ҡалһа ла, файҙаһы юҡ. Тәрбиәһеҙлектәре – бәхетһеҙлектер, уның өҫтөнә мираҫ итеп ҡалдырылған алтындар икенсе бәхетһеҙлеккә әйләнер.

9. Балаларығыҙҙы мәҙрәсәгә ебәреп, үҙегеҙ уларҙың хәлен белешмәй тормағыҙ. Даими һораштырығыҙ, бөтәһен дә күҙ уңында то- тоғоҙ. Хатта китаптарына, яҙыу әсбаптарына ихтыяжын да аңлап, белеп тороғоҙ.

10. Ихтыяждарын үтәгәндә һәм кәрәктәрен етештергәндә бөтәһен дә бер тигеҙ күрегеҙ. Бүләк биргәндә барыһына ла тигеҙ бүлегеҙ. Бындай нәмәләр уларға ғәҙеллек һәм инсафлыҡ өйрәтеү була. Береһенә йәшереп кенә ниҙер биреп: “Һаҡ бул, туғандарың белмәһен!” – тип әйтеүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки былай итеү уларҙы йәбер-золом, алдау һәм хыянат кеүек нәмәләргә өйрәтеү, күңелдәренә һаранлыҡ һәм үҙ-үҙеңде һөйөү кеүек боҙоҡлоҡ орлоҡтарын сәсеү була.

11. Көстәре етәрлек булғас, балаларығыҙға эштәрегеҙҙе һәм һөнәрҙәрегеҙҙе өйрәтегеҙ. Фекерҙәрегеҙ менән таныштырығыҙ.

Донъя көтөү өсөн уларҙың күҙҙәрен асығыҙ. Тормош ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Хеҙмәтселәрегеҙ менән түгел, үҙегеҙ менән бергә йөрөтөгөҙ. Ашау-эсеү ваҡытында күҙ уңында тотоғоҙ. Зиһендәрен асырлыҡ нәмәләр һөйләгеҙ һәм нисек булһа ла аҡылдарын нурландырығыҙ. Кәсеп һәм һөнәрҙәр менән дуҫлаштырығыҙ. Ваҡыты еткәс, изге ғаилә ағзалары менән өйләндерегеҙ.

12. Балаларығыҙҙы кеше тип иҫәпләгеҙ, уларҙың әҙәм булыуҙарын теләгеҙ. Әсәләре менән гүзәл һәм шәриғәт әҙәбе буйынса мөнәсәбәттә булығыҙ. Балаларға ҡарата мөхәббәт ата менән әсә араһында уртаҡ икәнен ғәмәлдәрегеҙ аша белдерегеҙ. Әгәр бындай
нәмәләрҙе күреп үҫһәләр, үҙҙәре һеҙҙән алған тәрбиәләре арҡаһында ҡатындары менән гүзәл тормош ҡорорҙар һәм үҙ балаларын
тәрбиәләгәндә кәмселектәр күрһәтмәҫтәр.

13. Ваҡыты еткәс, әҙәп ҡағиҙәләре менән таныштырығыҙ. Ҡөрьәнде өйрәтегеҙ. Көсө-
гөҙ еткәнсе нәфәҡә (йәшәү өсөн кәрәк булған мал, аҡса) бирегеҙ. Тәрбиәләгеҙ, донъяла
йәшәү өсөн кәрәкле кәсеп һәм һөнәрҙәрҙе яратып өйрәтегеҙ. Күңелдәренә көс бирегеҙ, олуғ кешеләрҙең тормоштары тураһында
һөйләгеҙ.

14. Ҡыҙҙарығыҙҙы камил иғтибар менән уҡырға, яҙырға өйрәтегеҙ, мәктәптәргә ебәрегеҙ. Дин һәм донъя кәрәктәрен, өй
тәрбиәләүҙе өйрәтегеҙ. Ваҡыты еткәс, тик байлыҡҡа ғына ҡарап, тәрбиәһеҙ, үҙҙәренә тиң булмаған ҡарттарға түгел, ә тәрбиәле, гүзәл тәбиғәтле кешеләргә тапшырырға тырышығыҙ. Туй һәм йыһаз өсөн артыҡ мәшәҡәтләнмәгеҙ. Тәрбиәле булыу кеүек
бөйөк йыһаз һәм шөһрәтле туй һис табылмаҫ.

РИзАИТДИН ФӘХРЕТДИН МИРАҫЫНАН

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/full-shot-child

Автор:
Читайте нас: