Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
1 Май , 12:55

Манараны мәсхәрәләгәндәрҙе Хоҙай язалаған

Магнитогорск ҡалаһынан килгән һунарсылар, бында ял иткән арала мәсет манараһына атҡан, ай тишкеләнеп бөткән.

Манараны мәсхәрәләгәндәрҙе Хоҙай язалаған
Манараны мәсхәрәләгәндәрҙе Хоҙай язалаған

Моҫтай - Баймаҡ районындағы бөткән ауыл. Бөгөн унда ял итеү өсөн йорттар, ғибәҙәт ҡылыу өсөн мәсет бар. Ауыл бик күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Бығаса бында Кәримовтар йылҡы тота, ҡымыҙ бешә ине. Бөгөн ул Сафиндар ҡулында.

Яңыраҡ интернеттағы социаль селтәрҙә видео таралды. Баҡтиһәң, Магнитогорск ҡалаһынан килгән һунарсылар, бында ял иткән арала мәсет манараһына атҡан, ай тишкеләнеп бөткән. Видео төшөрөүсе һөйләүенсә, әле ул һунарсыларға Аллаһ язаһы килгән: икеһе лә бәләгә тарыған. Береһе өйөндә янған, икенсеһе юл фажиғәһенә юлыҡҡан.

Видео авторы изге йорттарға, изге китаптарға теймәҫкә саҡыра, язаһы мотлаҡ буласаҡ тип киҫәтә.

Резеда Вәлиева

 

Автор:
Читайте нас: