Йәшәйештең асылын, ғүмерҙәрҙең аҫыл икәнен йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ. Дини ғилемебеҙ юҡлығы ла бәкәлгә һуға.
Яңыраҡ Бөрйәндә яуып үткән борсаҡ һәм тауҙарҙан тупраҡ йыуылып төшөүгә (көрөн ағыуға) сәбәпсе иҫ китмәле ямғырҙың сәбәпсеһе лә беҙ, кешеләр, түгелме?
“ Ямғыр юҡ, ямғыр яумай, ныҡ итеп яуһын ине...”- тинек тә йөрөнөк. Ишетте. Бирҙе ямғырын.Ныҡ итеп. Ауыҙҙы йырғансы, ағыҙғансы.
Өләсәйем әйтер ине: “ Аллаһтан һәр нәмәнең хәйерлеһен, файҙалыһын, бәрәкәтлеһен, шифалыһын һорағыҙ...Шул-шул нәмәнең башы ла, уртаһы ла, ахыры ла хәйерле булһын, тип һорғыҙ, ялбарығыҙ...”-тиер ине. Бала аҡылы был доға-теләктең төбөндә ниндәй фәлсәфә ятҡанын аңлар хәлдә булмаған, күрәһең...
Бөгөн һүҙ, йәғни мәғлүмәт заманында йәшәйбеҙ. Ауыҙҙан сыҡҡан һүҙгә лә, теләгән доғаға ла иғтибар юҡ. Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән, тигән әйтем тап беҙҙең хаҡта шул.
Теге мәл бер ҡатын менән һөйләшеп торҙом: "Һүҙ һөйләгәндә лә иғтибарлы булыр кәрәк икән, отпуска алып, ғүмерҙә күрмәгән берәй ҡалаға барыр кәрәк ине, тип һөйләнә лә йөрөй инем, быйыл отпускы мәлендә армияла йәрәхәт алған улым эргәһенә барып ҡайтырға тура килде",-ти.
Тағы бер осраҡ: беҙҙең ауылдан бер ҡыҙ Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен бер күҙем менән генә күрһәм дә риза булыр инем , тип хыяллана. Хыялы тормошҡа аша - Өфөгә барғанда ҡышҡы сатлама һыуыҡ була, машина тәҙрәһен бармағын баҫып ҡына иретеп, Салауат Юлаев һәйкәлен һыңар күҙе менән генә ҡарап үтә ала...
Иҫке Собханғолға күсеп килгәс, фатирҙан фатирға күстек. Намаҙҙан һуң гел: "Эй, Аллам, минең бәләкәй генә ерем менән бәләкәй генә өйөм булһын ине ошонда", -тип теләнем. Теләгәнемде бирҙе Аллам - 4 сутый ғына ере менән 5х5 избенка һатып алдым, әле йәшәгән өй һуңынан һалынды...
Ҡыҫҡаһы, теләк теләгәндә, доға ҡылғанда, бик иғтибарлы булыр кәрәк - Ишетеүсе, Ҡабул ҡылыусы, Яҙмыштарҙы хәл итеүсе бар!