Әбйәлил районының Һәйетҡол ауылынан сәсәниә, мөнәжәттәрҙе оҫта әйткән күп балалы әсә Вәсилә Садиҡованы күптәр беләлер. Ул тәҡбир әйтеүҙең көсө тураһында һөйләй. Хатта тәҡбир әйтеп, оло бәләләрҙән ҡотолоп ҡалғанына миҫалдар ҙа килтерә.
Мәҫәлән, Әбйәлилдәге Бөрсөнсө күлендә дауыл сығып, һауа өрөп тултырылған баллон менән һыуға төшкән ҡыҙҙы көслө ел һәм тулҡын ярҙан алыҫҡа алып китә. Ошо мәлдә Вәсилә инәйҙең тап ысын күңелдән тәҡбир әйтеүе бәләнән ҡотҡара. Икенсе юлы шул рәүешле бесәндә башланған көслө ямғырҙан ҡотолоп ҡалалар.
Ә тәҡбирҙең тексы ошондай: "Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр, ләә иллаһү иллалаһу, Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр, үә лиллаһил хәмд".
Ысын күңелдән уҡыһаҡ, ауыр мәлдәрҙә ярҙам килер тип ышанайыҡ.
Фото: https://vk.com/id532147631