Шоңҡар
-28 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
11 Май 2025, 19:44

Шәкерттәр байрамы

Ғафуриҙа мәктәп уҡыусылары өсөн йәнә бер матур конкурс уҙған. 

Шәкерттәр байрамы
Шәкерттәр байрамы

"10 майҙа, Сәйетбабаның мәҙәниәт йортонда, Ғафури районының олуғ мөхтәсибе Басыров Ф.М., Мирас хәҙрәт һәм хөрмәтле мөғәллимәләр ҡатнашлығында бик матур сара булып үтте.
Райондың төрлө ауылдарынан балалар Ҡөрьән уҡыу конкурсына йыйылдылар. Төрлө йәштәге малайҙар һәм ҡыҙҙар тырышып-тырышып, сүрәләрҙән өҙөк уҡынылар, Фатиха, Ихлас, Фәләҡ, Нәс сүрәләрен яттан һөйләнеләр. Әлбиттә, жюри составы дөрөҫ әйтелешкә ҙур иғтибар бирҙе. Аҙаҡҡы тур - үҙең теләгән хәҙисте һайлап, бәләкәй генә инсценировка ҡуйырға ине.
Балалар бик теләп, тырышып ҡатнашты. Күҙҙәрендә осҡон булыуы бик һөйөнөслө!
Һуңынан жюри һәр турға урындар сығарып, грамоталар менән бүләкләне. Һәр ҡатнашҡан балаға саҙаҡа итеп 1000-әр һум аҡса бирелде.
Афарин, ғафуриҙар!", - ти Зифа Рәшитова. 

Шәкерттәр байрамы
Шәкерттәр байрамы
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас