Документтарҙы ғына түгел, эшселәр йәшәгән вагончиктарҙағы тәртипте лә ҡайһы саҡта күҙәтергә тура килә. Бер мәл шулай карауат өҫтөндә өйөлөп ятҡан кейемде күргәс, йәнем көйөп, иҙәнгә бырахтырайым, тип уйланым. (Ҡайһы саҡта шул юл менән генә бындағы ирҙәрҙе тәртипкә әҙерәк өйрәтеп була. Хәйер, инә һөтө менән кермәгәнде, тана һөтө менән һирәк керә инде). Шул ваҡыт терт итеп ҡалдым. Кейем аҫтында йәшенеп кенә Ҡөръән Кәрим ята ине. Үҙем карауат өҫтөн әҙерәк тәртипкә килтереп сығып киттем.
- Ни өсөн Ҡөръән китабын әйберҙәр аҫтында тотаһың? - тип аҙаҡ уның хужаһынан, Дағстандан килгән егеттән һорайым.
- Бында төрлө милләтле, төрлө динле, төрлө ҡарашлы кеше эшләй. Ҡөръән китабына ла төрлөсә ҡараш булырға мөмкин бит, - тине...
Кемдер йәшереп Ҡөръән китабын үҙе менән йөрөтһә, икенселәре, күрһәтмәҫкә маташып шешә килтерергә тырыша. Ысынлап та, һәр кемдең ҡыҙыҡһыныуы ла, ҡарашы ла был донъяға үҙенсә...
"Салауат вахтовик" төркөмөнән алынды.
Фото интернеттан алынды.