Бер ваҡыт таныш ҡатын:
– Мәсеткә фытыр саҙаҡаһы алып барып бирҙеңме? – тип һораны.
– Таныштарым араһында төрлө ауыр хәлдәргә тарығандарҙың банка карталарына күсерҙем, – тинем.
– Муллаға күрһәтеп, унан доға ҡылдырып бирмәгәс, һинеке дөрөҫ булмай, – тине. – Һин аҡса ебәргән кешеләрең әллә берәй доға уҡый белә, әллә юҡ...
– Мин иң тәү сиратта Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн бирәм. Кемдер күрһен, мине бының өсөн маҡтаһын өсөн түгел, – тинем. – Ул кешеләр доға уҡымаған хәлдә лә, ысын күңелдән рәхмәт әйтеп ала икән, шул да еткән...
– Юҡ, улай дөрөҫ булмай. Мотлаҡ муллаға, мәсеткә тапшырырға кәрәк, – тип ныҡышты теге ҡатын.
– Уң ҡулың биргәнде һулы белмәһен, тиҙәр. Мин Аллаһы Тәғәлә алдында яуап тотам, – тип мин дә үҙ һүҙемдән тайпылмаҫҡа тырыштым. – Кеше күрһен өсөн яҡшылыҡ эшләргә маташыу, үҙеңде диндә итеп күрһәтеү исламда хатта айырым термин менән ҡулланылып килә. Рия тиҙәр уны. Ике йөҙлөлөктөң сағылышын ислам динендә күрһәткән терминдарҙың береһе итеп ҡабул итәм уны...