Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
31 Март 2022, 13:44

Йәмилә, йәки өйҙәш ҡатын

Йәмилә, йәки өйҙәш ҡатын
Йәмилә, йәки өйҙәш ҡатын

 

Биш ҡатлы йорттоң өс бүлмәле фатирында өс ғаилә йәшәй.Тәүгеһе - ишектән ингәс тә уң яҡтан беренсе бүлмәлә яңы өйләнешкән пар - Илшат менән Йәмилә. Бүлмәләре тар булыуға ҡарамаҫтан донъя теүәл, куңелдәре киң. Илшат төҙөлөштә эшләй, Йәмилә балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Көнө буйы эштән һағынышып ҡайтҡан йәштәрҙең кис һөйләшер һүҙҙәре бөтмәй. Куршеләре менән артыҡ аралашмайҙар улар. 

Икенсе бүлмәлә инде биш йыл бергә йәшәп, һаман торлаҡ проблемаһын хәл итә алмаған Илдар менән Гөлдәр.Тәү ҡарашҡа пар күгәрсендәр кеүектәр. Ләкин эш хаҡы алған мәлдарендә төшөрөп алыу ғәҙәттәре бар. Ул сағында Илдар ғауға ҡуптара. Гөлдәргә лә,өс йәшлек улына ла, хатта бесәйенә лә көн бөтә. Ейәнен йәлләп ҡәйнәһе алып ҡайта ҡай ваҡыт. 

Өсөнсө, иң төпкө, иң иркен бүлмәлә яңғыҙ ҡатын - Нәжиә йәшәй. Бер ҡайҙа ла эшләмәй ул.Үҙен тётя Надя тип таныштырып, күрәҙәселек менән шөғөлләнә.Куршеләре уның шарлатан икәнен күптән белеп бөткән инде, шулай ҙа үҙенә бәреп әйткәндәре юҡ. Кем белә, бәлки ысын берәй әмәле барҙыр, йә сихырлап ҡуйыр, йөрө шунан ауыҙың ҡыйшайып, йә мәғәнәһеҙ йылмайып, Аллам һаҡлаһын. 

Күршеләре эш хаҡы алған мәлдә хәл белергә инә уларға Нәжиә. Өҫтәл артына ултырып, осрашыу хөрмәтенә һыйланып сығыуҙанда тартынмай. Шешә артынан шешә бушатып донъя хәбәрҙәре теҙә торғас икенсе уровень етә: куршеһе Илдар ҡарлыҡҡан тауыш менән йыр башлай. Бер йырҙың башы, икенсеһенең аҙағы тигәндәй. Гөлдәр ҙә буш мискә тәгәрәткән тауыш менән иренә ҡушыла. 

Һәм өсөнсө кимәл - ишкәксе йыры! Белә Нәжиә ҡасан сығып ҡасырға, фәҡәт ошо йырҙан һуң башлана ла инде падение Берлина. Һауыт-һаба ҡыйралған, нимәлер ауған, Гөлдәрҙең илаған, бесәйҙең сығып осҡан тауыштарын стена аша ғына кинәнеп тыңлай ул. 

Бөгөн дә кисәге байрамдан башы ауыртҡан Нәжиә һыу эсергә тип сығып кухняла куршеһе Йәмиләне осратты. Бәй, ял көнө бит, шуға ла өйҙә инде. Илшат ял көндәрен бушҡа үткәрмәй, тағын ҡалым эшләргә сыҡҡандыр, йәш ғаиләгә барыһы ла кәрәк. 

Нәжиәнең генә эше алға бармай, клиенттар гел булып тормай. Урыҫ әйтмешләй, иногда густо, бывает пусто. 

Яңы ҡорбан табыуына шатланып Нәжиә инеп киткән Йәмиләнең бүлмә ишеген асты. Шикләнеп үҙенә карап торған йәш ҡатындың арҡаһынан һөйөп һүҙ башланы. 

-Ээй Йәмилә, бигерәк уңғанһың инде, төҫкә сибәр. Ҡалаҡҡа һал да йот инде. Шундай ҡатындыңда ҡәҙерен белмәгас, Илшатыңды әйтәм. 

Ауыҙынан араҡы еҫе килеп торған Нәжиә ысын йотоп ҡуймаһын тигәндәй Йәмилә артҡа сигенеп: 

"Ней һөйләйһең ул Нәжиә апай? "- тип һорап ҡуйҙы. 

-Белеп торам! Вис курәм!Ҡалым тигән булып сығып китәлә ирең хыянат итә һиңә! Үҙем ярҙам итәм.Ҡайтарам иреңде!Ҡыйбат һорамайым,күрше хаҡы,ҡалайтаң. 

Иртән ҡырылған кәйеф ҙур үпкәгә әйләнеп, кискә яман асыуы ҡабарҙы Йәмиләнең. Эштә оҙаҡлаған ирен төрлө ҡатындар менән күҙ алдына килтереп асыуынан ярһыны. 

-Ҡайтһын ғына әле, иманын уҡытам!Үҙем дауалайым! Хәҙер эскесе Нажиә кеҫәһенә тығырмын биш меңде, ҡапсығыңды киң тот! 

Ары-бире йөрөгән Йәмилә тәҙрә аша ҡайтып килгән Илшатты күреп мөйөштә торған кирза итекте ҡулына алды. Бына подъезд ишеге асылды. Йәмилә 42 размер итекте күтәреп ирен көттө. Асҡыс шылтырлап, фатир ишеге асылған мәлдә инеп килеүсегә шәп тиҙлектә итек осто. Ләкин инеүсе Илшат түгел,ә кыҙмаса булып өлгөргән Нәжиә ине. Ни булғанын аңламай яңагына ҡунған итек менән бергә артҡа осто ул.Артынан ингән Илшат торғоҙоп маташканда 

"Бисәң ике метрҙан ырғып типте"-тип яу һалып үкерҙе Нәжиә. 

Ярты бите жәйпәктәй шешеп, күгәреп сыҡҡан ҡатынды йоҡо алмай. Күршеләре лә йоҡламай,тағын байрам итәләр буғай.Тағын тауыш,талаш. Аҡырынып сығып киткән Илдарга һарыуы ҡайнаны Гөлдәрҙең. 

- Етте! Күпме түҙергә була,башҡа ҡул кутәрмәҫлек итәм мин һине хайуан! 

Кәштәнән уҡлау алып ишек төбөндә ирен һағаланы Гөлдәр. Шығыр итеп асылған ыңгайы,ишек тотҡан ҡулға йән асыуы менән уҡлауҙы тошөрҙө. Ләкин ҡул Илдарҙыҡы түгел, Нәжиәнеке булып сыҡты. Ә бәҙрәфтә ултырған Илдар моңланып Ишкәксене һуҙа ине. 

Дауаханала ҡулына гипс һалдырып ҡайтҡан Нәжиә тымып, күршеләре тыныс йәшәп ҡалды.Оҙаҡҡа булһа ярар ине. 

(тормошҡа ғашиҡ ҡыҙ)

 

Авторҙың орфографияһы һәм пунктуацияһы һаҡланды. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: