Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
1 Апрель 2022, 14:42

Көлөп алмайынса булмаҫ

Көлөп алмайынса булмаҫ
Көлөп алмайынса булмаҫ

 

 Гөлнур, мине уятырһың

Гөлнур килен менән Ришат Мулләйәновтар икеһе лә һөтсөлөк фермаһында эшләп йөрөйҙәр. Ришат-осеменатор, килен һауынсы. Малсылар ҡара таңдан тороп сәғәт алтыла эш башлайҙар бит инде. Ришат ҡайҙалыр төнгә тиклем йөрөп ҡайтып, һуҡмыш хәлдә, киленде уятмай ғына инеп ятҡан. Иртәнсәк ниндәй хәлдә булғанда ла эшкә барыр кәрәк. Ришат йоҡлап ҡалмаҫ өсөн киленгә: “Гөлнур, мине сәғәт 6-ла уятырһың”,-тип ҡағыҙға яҙып һала ла, тәмле йоҡоға сума. Килен һауынға китергә тороп, теге яҙыуҙы өҫтәлдә күреп, былай тип яҙыу ҡалдырып, Ришатын “уятып” китә: “ Ришат, тор инде, сәғәт 6 тулды”.

 

Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү... 

 Иҙәштә һарыҡсылыҡта күп кешеләр эшләне. Беҙ бала саҡта ул ауылда оло ғына Сәрбиямал тигән инәй була торғайны. Ул да шул фермала эшләгән. Һарыҡтарҙы ҡырҡып, төрлө ауырыуҙары бөтһөн өсөн креолинлы һыуҙа “йыуындырып” сығарып торалар. Инәйгә тар ғына ҡапҡанан сыҡҡан бер һарыҡты һанап сығарып торорға ҡушҡандар. Ҡулына оҙон таяҡ тотоп ҡапҡа ауыҙында торған әбейҙән, кәнишнә, һарыҡтар ҡурҡа инде. Һарыҡтар уҡтай атылып, ҡапҡа ауыҙынан бер-ике метрҙай өҫкә ырғып-ырғып , ырғып-ырғып ҡасалар икән. Инәй һанап та өлгөрә алмай: “Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү, атаң башы, атаң башы. ..”тип, һәр ырғыған һарыҡ һайын “һанап”торған. Биш һарыҡҡа + плюс нисә “атаң башы” булғандыр инде, уны инәй үҙе лә белмәгәндер. Мәктәптәр булмаған, уҡый-яҙа белмәгәндәр, бишкә тиклем һанай белеү –үҙе үк ниндәйҙер "достижение" бит.

 

“Зиннәттәрҙә ризыҡ өләшеп ятҡандар икән” 

 Ғәлиәхмәт ағайым Нижний-Тагилдан йәй отпускыға килеп китә торғайны. Иртән иртүк еңгәмдең һауған һыйырҙарын, ваҡ малын көтөүгә ҡыуып, Рәйлә килененең эшен еңелләштергән. Бер көн иртәнге сәйгә ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Көтәләр-көтәләр ҙә, үҙҙәре эсәләр. Байтаҡ ваҡыт үткәс, ыңғыраша-ыңғыраша ағайым һуҡмыш ҡайтып инә. Әсәйем: “Йә, быға тикте ҡайҙа йөрөйөң инде?”тип, иң өлкән ҡартайған малайын ороша икән. Ағайым:” Үҙең бала саҡтан тороғоҙ ҙа тороғоҙ, аслан йоҡтап ятмағыҙ ул, иртә тороп өйрәнегеҙ, фирештәләр(фәрештәләр) ыризыҡ өләшкәндә өлөшөгөҙҙән ятып ҡалмағыҙ”тип өйрәттең дә, шуға иртә тороп, мал ҡыуып ҡайтып килһәм, Зиннәттәрҙә фирештәләр ризыҡ өләшеп яталар икән”тигән. Үҙе тупһа алдында ҡолап китеп, ҡабырғаһын һындырып, ыңғырашып инеп килгән.

 

Надоел, көтә-көтә... 

 Нижний-Тагилдан килә ятҡан ағайымды бригадир булған Зәки ағайым Асҡарҙан апҡайтып килә икән ат менән. Ике туған ағалы-ҡустылы ғыналар, билдәле кәнишне, “һуҡмай” килмәйҙәр инде. Ҡараңғы төшкән, Зәки ағай Асҡарҙа ла , Иҙәштә лә кемдәргәлер инеп китә лә сыҡмай оҙаҡлай икән.Бригадир бит инде, иртәгәһе эште иҙәштәргә бер юлы ҡушып та йөрөгәндер инде, бәлки. Һуҡмыш саҡта хәбәр ҙә оҙонораҡ була бит инде. Ағайым кашауай санала көтә-көтә йоҡлап та китә икән. Ахырҙа, атайымдарға килеп еткәндәр, Зәки ағайым атын бәйләгән дә, атайымдарға һөйөнсө һорарға инеп киткән. Йоҡлап килгән ағайым уянған да, надоел был Зәки, үҙем ҡайттым Ҡусҡарыма тип, төшөп “ҡайтып киткән”. Һөйөнсө һорап, атайым менән Зәки ағайым килеп сыҡһа, Ғәлиәхмәт ағайым юҡ икән. Аптырашып, әллә ҡапҡаламы икән тип эҙләгәндәр ҙә, урам яғына сығып тирә-йүнде ҡараштырһалар, ағайым чемоданын тотоп алып ауылдың осондағы зыяратына етеп бара тей. Ат менән Ҡусҡарына “ҡайтып” барған ағайымды кире бороп алып килгәндәр.

 

Һыбай Сәлимә 

 Минең бала саҡтағы күршеләрем Сәлимә инәй менән Йосоп апа булды. Бик күңелле, шаян ғына ине улар. Сәлимә инәй әбейҙәр менән бергә-бергә нимәгәлер эләгеп- һарҡып тигәндәй Мәғниткә баралар. Ул мәл ҡайҙа һиңә машина, машина түгел, ат та юҡ. Йәйәүләп сығып китеп, “эт егеп, бесәй берәшкәләп” тигәндәй барып килерҙәр ине. Әбейҙәр гурыдтан барыһы ла ҡайтып киләләр,Сәлимә инәй юл яҙҙығып йөрөп ҡалып, нәслә эңергә саҡ ҡайтып килә ята тей. Йосоп апа әбейе ҡайтмағас, уны көтә-көтә урамдағы ултырғыста кем менәндер ултыра икән. Үҙе сыҙамай, ике күҙе Иҙәш яғында тей. Түбәндә зыярат яғында апаның күҙенә нимәлер салына. “Инәң килә ятамы тиһәм, бер һыбай килә ята икән” тигән. Ә ул һыбай кеше нәҡ Сәлимә инәй үҙе булған да ҡуйған. Шунан Сәлимә инәй “һыбай Сәлимә” булып китте.

 

Һыңар тәрән калушта 

Әбейҙәребеҙ гурыдҡа еләк һатырға китергә генә төйнәнешеп, бер-береһен көтөп кенә урамда торһалар, әмәлгә ярағандай, бер көплө грузовой машина килеп сыға ауылға. Машинаның арттағы баҫҡысына баҫып, ишегенән инәләр ине. Теге шофёр инәйҙәрҙең ултырып бөттөмө, бөтмәнеме, ҡабаланыпмылыр, китте лә барҙы. Сәлимә инәй иң аҙаҡ инеп бара ине, машина ҡыбырлап китеүгә, теге баҫҡыстың бер нәмәһенә эләгепмелер, һыңар тәрән калушы төштө лә ҡалды. Мин теге калушты тотоп алып, машина артынан йүгереп ҡараным, ҡайҙа имеш- етерһең, етмәй ней, калушһыҙ китте лә барҙы инәйем. Кабинаға туҡылдатһалар ҙа , шуфер туҡтамаған. Гурыдта һыңар аяғында йөн ойоҡ, һыңар аяғында тәрән калуш кейгән килеш еләк һатып йөрөп ҡайтты. Бергә ултырғандарында: “...мәрйәләр аптырашып, “шумашашный ыштули” тип әйтеп, бер-береһенә ҡарашып йылмайышалар ул” тип, осрашҡандарында һындары ҡатҡансы, урындыҡҡа ҡолап ятып, һөйләп көлөрҙәр ине инәйҙәрем.

 

“Аһ-аһ, Мәҙинә, һин торғаның икәндәһаң” 

 Ураҙа мәле. Минең ҡәйнәм Ғәйшәне туғайҙа йәшәгән бер туған ҡустыһы менән килене Мәҙинә еңгәй ауыҙ асырға саҡырҙылар. Ул төндә шунда йоҡларға ҡалды. Төпкө бүлмәлә ҡәйнәм ҡустыһының балалары менән, Мәҙинә еңгәйҙәр ситке бүлмәлә йоҡлағандар. Ҡәйнәм сәхәр сәйенә һуңлап ҡуймаҫ өсөн иртә менән тороп, киленен уятырға була. Сығып барһа, ҡаршыһына Мәҙинә еңгәй “тап була”. “Әәәә, килен торған икәнеңдаһа, уятайым тип сығып килһәм”тигән. Мәҙинә килененең сәйе ҡайнағансы кире барып ятып киткән ҡәйнәм. Ята-ята, бер тауыш та юҡ, сәхәргә лә сыҡ тигән кеше юҡ. Ҡәйнәм тағы тороп сығып бара икән, әпәт Мәҙинә ҡаршыһында килә ята тей. Ишектән сығам икән тип атлап бара торғас, ҡәйнәм барып көҙгөгә төкөлөп, үҙенең яңылышып йөрөүен аңлап ҡала.

 

“Мәгәзиндә Хәҙисә лә йөрөп ята икән” 

 Хәжим ағай менән Сәғиҙә еңгәй ҡырҙа агроном булып эшләгән улы Нафиҡ менән килене Лүсәгә ҡунаҡҡа китеп баралар. Мәғниттең бер мәгәзиненә нимәлер алырға инеп китһәләр, Сәғиҙә еңгәйҙең ҡаршыһында мишауай мишугын йөкләп алып бер туған Асҡарҙағы һеңлеһе Хәҙисә “ҡарап тора” тей. Хәжим ағайға еңгәй: “ Хәҙисә лә бында йөрөп ята икән” тиһә, мишауай мишугың менән үҙең тораңдаһаң көҙгөлә тип, ағай менән көлөшә-көлөшә һатыусы мәрйәләрҙе аптыратҡандар икән.

Р. С. Лусә апайҙан башҡалары мәрхүмдәр, ожмах түрендә булһындар, барыһы ла яҡшы кешеләр булдылар.

 

Мөнирә Кирәева. 

 

Авторҙың орфографияһы һәм пунктуацияһы һаҡланды. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: