Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
4 Май 2022, 22:00

"Бында мин фатирлы ҡатынға кергәс, уның күңеле тыныс"

- Ҡатынығыҙ һеҙҙең бында икенсе кеше  менән йәшәүегеҙҙе беләлер бит инде, - тип ҡыҙыҡһынам.

"Бында мин фатирлы ҡатынға кергәс, уның күңеле тыныс"
"Бында мин фатирлы ҡатынға кергәс, уның күңеле тыныс"

Өфөнөң “Евразия” баҙарында таныштым Азербайжандан килгән был ир менән. Һүҙҙән һүҙ ялғанып, ике төбәктәге тормош, ғаилә хәле менән ҡыҙыҡһындым. Азиз исемле ир күптән  Өфөлә эшләй һәм йәшәй. Көндәрҙең береһендә ул Альбина исемле тол ҡатын менән таныша, ир ҡатындың фатирына йәшәргә килә, никах уҡыталар. Бөгөн уртаҡ малайҙары үҫеп килә.

Азиздың үҙҙәрендә ғаиләһе бар, өс балаһы үҫә. Әлбиттә, улар айырылышмаған, ир йылына бер-ике тапҡыр  тыуған яғына ҡайтып тора. Ғаиләһен ҡарай, аҡсаһын ебәрә.

- Ҡатынығыҙ һеҙҙең бында икенсе кеше  менән йәшәүегеҙҙе беләлер бит инде, - тип ҡыҙыҡһынам.

– Әлбиттә, белә!

– Асыуланмайымы?

– Юҡ! Ни эшләп асыуланһын! Киреһенсә, ҡайтҡан һайын бындағы ҡатыныма бүләктәр биреп ебәрә, - тигәс, телһеҙ ҡалдым. – Беҙҙәге ҡатындар сабыр, - тип һүҙен дауам итте Азиз. – Мин ғаиләмде, балаларымды ҡарар  өсөн бында эшләйем. Үҙебеҙҙә йүнле эше лә, аҡсаһы ла юҡ. Бында мин фатирлы ҡатынға кергәс, уның күңеле тыныс. Икенсенән, кемгәлер фатирға түләп йәшәмәйем. Ҡайтып баш терәр мөйөшөм бар, тамағым туҡ...

Азиздың был һүҙҙәре уйға һалды. Бер уйлаһаң, ҡатыны ғаиләһенең, хәләл ефетенең именлеге өсөн шундай аҙымға баралыр бит. Ә һеҙ бындай хәлгә нисек ҡарайһығыҙ?

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: