Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
2 Июль 2022, 08:25

Һеҙҙе бит сихырлағандар!

Боҙомды тиҙ һиҙеп ҡалған ғәжәп ҡатын...

Һеҙҙе бит сихырлағандар!
Һеҙҙе бит сихырлағандар!

 

Учалы районы Уральск  ҡасабаһында билдәһеҙ ҡатын бала эйәртеп өйҙән-өйгә йөрөй, теләнселәнә, йәнәһе лә, ауыр хәлдә ҡалған, ярҙамға мохтаж.

Беҙҙең халыҡ йомшаҡ күңелле бит инде,  бер мәрхәмәтле апай өйөнә индерә, 2 мең һум хәйер тапшыра. Теге ҡатын һыу эсергә  һорай. Һауыт менән тотторғастары, “Һеҙҙе бит сихырлағандар! Ана һеҙҙең ҡулдан , хатта,  һыу ҡарайҙы!”- тип  ҡурҡыта.  Һәм, әлбиттә, боҙомдан ҡотҡарырға тәҡдим итә. Ошо хәйләһеҙ генә фокус ярҙамында апайҙың 35 мең һумын сәлдерә..

 Апайҙың ейәнсәре лә өйҙә йоҡлап ятҡан була был саҡ.  Башта аҡса урланғанын белмәй әле, уяныу менән алдаҡсы ҡатынды өйҙән  ҡыуып сығара.  Аҡса ла урланғанын белгәс, полицияға мөрәжәғәт итәләр, әммә ул ваҡытҡа битһеҙ бәндәнең артынан ел иҫкән була инде.

 Оятһыҙлыҡтың аръяғы инде – үҙеңде йәлләп ярҙам ҡулы һуҙған кешене талауҙың ғонаһы ни тора!  РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылды. Алдаҡсының билдәләре: 40-45 йәштә, буйы 170 сантиметр тирәһе, оҙон йәшел күлдәк кейгән, башында яулыҡ. Ул эйәрткән ҡыҙыҡай 9-10 йәштә, ҡыҙыл блузка, аҡ юбка кейгән, башында – кепка, сәстәре көрәнерәк төҫтә.

 Был ҡармаҡҡа эләгеп ҡуймағыҙ, оҡшаш кеше күҙгә салына икән, полицияға хәбәр итегеҙ.

Автор:Ильфат Янбаев

Автор:
Читайте нас: