

Ял көнө булғас, казармала офицерҙар юҡ кимәлендә. Нимә эшләргә белмәй йөрөгән һалдаттар бер аҙ шаярып алырға булды. Берәүҙең формаһына ҡул аҫтындағы әйберҙәр һәм сепрәк-сапраҡ тыҡҡылап, кеше буйлыҡ ҡарасҡы эшләп ҡуйҙылар. Башы урынына ябай туп беркетеп, пилотка кейҙергәйнеләр, ҡарасҡы теп-тере һалдатҡа оҡшаны ла ҡуйҙы. Әйҙә шунан, уның эргәһендә улай ҙа былай тороп, рәхәтләнеп фотоға төштөләр. Уйнап туйғас, һалдаттар ҡарасҡыны дневальный торған тумбочка янына, йөҙө менән стенаға ҡаратып, һалып киттеләр. Йәнәһе, ул йоҡлап ята. Шул саҡ көтмәгәндә, казармаға часть командиры килеп инмәһенме! Килеп тә инде, шунда уҡ йоҡлап ятыусы «дневальный»ҙы күреп тә ҡалды. Командир ҡыҙарып-бүртенеп, урыҫ теленең «иң матур» һүҙҙәрен ҡулланып, тегене яр һалып әрләргә кереште. Ҡарасҡының ҡолаҡтары ла һелкенмәй, нисек ята шулай ята бирә. Һалдаттар бер яҡ ситтә шым ғына көлөшөп ҡарап тик торалар. Командир, ахыры сиктә түҙмәй, «йоҡосо»ноң башына берҙе ҡундырғайны, тегенән туп тәгәрәп китте. Бөтә казарманы һалдаттарҙың хахылдашып көлөүе яңғыратты. Тик был көлөү уларға бик ҡиммәткә төштө: командир уларҙың барыһын да пласта киске ашҡа хәтлем йүгертте генә.
Ишдәүләт САФИУЛЛИН.