Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
4 Ноябрь 2022, 08:00

Тәүге дауа Венер ИСХАҠОВ

Сәлимә инәй, анау ике  әҙәмдән һуң минең сират  тип ҡыуанып  ултырғанда ғына, ишек асылды ла, аҡ халатлы фәрештәнең зәһәр тауышы яңғыраны: – Ывсе!Бөгөн прием бөттө, иртәгә килерһегеҙ! Һеҙ ошондай хәлгә осрағанығыҙ бармы? 

Тәүге дауа     Венер ИСХАҠОВ
Тәүге дауа Венер ИСХАҠОВ

    Өлкәнәйгәс шул бит инде ул, баш сир-сорҙан сыҡмай. Әле үпкә ҡыҫа, әле дәвление күтәрелә. Саҡ ҡына бәрәңге ашар әмәл юҡ, ашҡаҙаның таш һымаҡ ҡата ла ҡуя.  Кистән ни арыу йөрөгән һымаҡ булһаң, таң атыуға башың тубал кеүек ярым үлек  йөрөйһөң.

Сәлимә инәй бығаса бальнис тип бәләсникләнмәһә лә, үҙен насарыраҡ тоя башлағас, ләж ятмаҫ элек  тип, китте  Красноусол поликлиникаһына. Ә ундамы! Инәкәйем! Халыҡ мәхшәр! Ярай ул аслы-туҡлы үҫкән ҡарт кеше инде,  ә анау типһә тимер өҙөрлөк ир-аттарҙың, шалҡан кеүек таҙа бисәләрҙең ни ере бимазалай икән? Әллә бөтә әҙәм ауырыуға һабышҡан?

        Барыһы ла, ҡасан сиратым  етер  икән тип ишеккә тилмереп текәлгән.  Ә ул кәмемәй ҙә кәмемәй. Кәмер ине лә,  тик әллә ниндәй  кешеләр сиратһыҙ-ниһеҙ, беҙ хәҙер, бер генә минутҡа тип гөжләтеп инеп   китәләр ҙә баталар. Бына ҡулына һәлмәк кенә пакет тотҡан, тәтәй кеүек кейенгән ҡатын кереп юғалды. Унан һуң ниндәйҙер төйөнсәкле ирҙең бик ашығыс эш булып сыҡты.  Сәлимә инәй, анау ике  әҙәмдән һуң минең сират  тип ҡыуанып  ултырғанда ғына, ишек асылды ла, аҡ халатлы фәрештәнең зәһәр тауышы яңғыраны:

– Ывсе!Бөгөн прием бөттө, иртәгә килерһегеҙ!

Араларынан берәү, күрәһең, иң йөрәклеһе булғандыр, йөрьәт итеп:

– Әлегә эш сәғәте бөтмәгән бит, – тип әйткәйне лә,  врач күҙенең ағы менән сәнсеп ҡараны:

– Әле телегеҙ сығамы!  Бәлә   һалып йөрөйһөгөҙ шунда! Ауырығанға һалышып, эштән  ҡасып! Буштан-буш ашап ятырға йөрөйһөгөҙ!

        Иртәгәһен  килеүгә лә халыҡ байтаҡ йыйылып өлгөргәйне. Тик сират тағы ла кисәге һымаҡ һис кенә лә ырамайсы.

– Эй, Хоҙайым, бөгөн дә керәләмме-юҡмы, – тип һөйләнде Сәлимә инәй үҙ алдына.   – Ҡош-ҡорттарымды күршемә генә күҙ һалып торорға ҡушҡайным. Шул саҡ йәнәшәһендәге ҡатын, уға сәйерһенеп ҡарап:

–Берәй утыҙ күкәйең менән банка ҡаймағың юҡ инеме  ни? – тигәс, уның      аптыраулы ҡарашын күреп, хәстәрлекле ханым йәнә:

­– Шулар менән тәүҙә врачтарҙың үҙҙәрен “дауалап” алһаң, кисә үк эшеңде бөтөрә инең, – тип тә өҫтәне.

Фото:fikiwiki.com

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: