Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
7 Ноябрь 2022, 13:12

БӨТМӘҪ ҺОРАУҘАР

Нимәгә тиҙ генә туй яһап ҡуйыуыбыҙ тураһында ҡайһы саҡ баш ватам әле. Әллә мөхәббәт булды, әллә “ҡасан кейәүгә сығаһың?” тигән һорауҙарҙан ҡотолорға ныҡ теләнемме? Теүәл генә әйтеп тә булмай, шикелле.

БӨТМӘҪ ҺОРАУҘАР
БӨТМӘҪ ҺОРАУҘАР

Дүрт йыл уҡып, ҡулыма диплом алып ҡайтып әсәйем менән атайымды ҡосаҡлап алыуым булды, китте бит: “Ҡайҙа эшкә бараһың?” Ярай, улар минең турала борсола. Күршеләрҙе, ауылдаштарҙы минең яҙмышым ниңә төн йоҡоларынан яҙҙыра һуң?
Урамға сығып, башымды күрһәтер хәл юҡ: ҡайҙа эшкә бараһың да ҡайҙа эшкә бараһың... Һуң... Аптырап, йәһәтләп урынлаштым.
Ҡотолдом тип уйлап ҡуйма! Бына хәҙер бөтә таныштарҙы ла, хатта урамдағы этте лә бер генә нәмә борсой: “Ҡасан кейәүгә сығаһың?” Егетең бармы, тип һораусы юҡ. Конкрет датаһын әйт уларға. Ул ир тигәндәре баҙарҙа һатылалыр шул...
Кейәүгә сыҡҡас, ҡыуандылармы икән маҙаға тейгән әҙәмдәр? Нимәгә тиҙ генә туй яһап ҡуйыуыбыҙ тураһында ҡайһы саҡ баш ватам әле. Әллә мөхәббәт булды, әллә “ҡасан кейәүгә сығаһың?” тигән һорауҙарҙан ҡотолорға ныҡ теләнемме? Теүәл генә әйтеп тә булмай, шикелле.
Ҡатын роленә күнегеп өлгөрмәнем, атайым менән әсәйем ейән таптырырға тотондо. Ә һәр бер бағана: “Ҡасан бәпәй алаһығыҙ?” — тип һорай. “Аяҡҡа баҫырға кәрәк”, — тип әйтеп тә ҡараным, яуаптары шул: “Аҡса бер ваҡытта ла етмәй! Ә һин ҡартаяһың. Йәшерәк булғанда табып ҡал...”
Әттәң генәһе! Бәпесте өйгә алып ҡайтып, тәүге йоҡоһоҙ аҙнаны саҡ үткәреп ебәреп, барлыҡ туған-тыу-масаны исем ҡушыуға саҡырҙыҡ. Бөтәһе лә бер тауыштан: “Ҡасан икенсеһенә бараһығыҙ?” — ти...
Аҙағын белеп тораһығыҙҙыр. Икенсе бәпесте ҡулға алғас та: “Өсөнсөһө кәрәк. Күп балалыларға льготалар күп”, — тигәнде акушерҙың күҙендә үк уҡыным һымаҡ булып китте. Исмаһам, күп балалы булғас, был һорауҙар бөтөр тип уйлағайным. Ҡайҙа-ан! “Дүртенсеһенә бармайһыңмы? Ике ҡыҙ, ике малай итеп ҡуйығыҙ”, — тимәһендәрме! Беләм, беләм! Дүртәү эргәһенә тағы берәү һыя. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Миҙаллы ла булырмын...
Бөтмәҫ һорауҙар тормошто алға этәрә бит!

 

Айгөл Сәләхова. 

Автор:
Читайте нас: