Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
9 Ноябрь 2022, 12:51

Өләсәйем мажаралары

Был хәл өләсәйемдең йәшерәк сағында булған. Минең әсәйгә, беренсе балаһына, ауырлы сағы. Күрше ауылдан, силсәүиттән, нимә өсөндөр ҙур ғына сумма алып, йәйәүләп ҡайтып бара. Ярты юл үткәс, һуҡмаҡ уртаһында ҙур ҡарт бүрене күреп ҡала.

Өләсәйем мажаралары
Өләсәйем мажаралары

Донъялағы иң шәп кеше кем тиһәгеҙ, шикләнмәйенсә “Өләсәйем!” тип яуап бирәм. О-о-о! Хәтәр ҡыҙыҡ ул! Үҙем күреп белмәһәм, ундай кеше барлығына ышанмаҫ та инем. Йәш сағын һорашһаң, һүҙҙе гел: “Алйот булғанмын! — тип башлап китә. — Ул ваҡытта декрет-микриттары булмағас, әсәңде ошолайтып яурын аша бәйләнгән сепрәккә һалам да, “кәзә”гә ултырып бесәнгә бара инем...” “Кәзә” тигәне еңел, бәләкәй мотоцикл инде. Матай алғаны ла ҡыҙыҡ тарих.
“Бер йәй ағайым менән бесәнгә йөрөнөк, — тип һөйләне өләсәй. — Мин — йүлкәлә, ул йөрөтә. Ну, шайтан алғыры, шәп итеп ҡыуа! Минең ҡысҡырыуҙарҙы ишетмәгән кеше булып, ищеү шәбәйә. Йүлкәнән аяҡтарым ҡалтырап, саҡ килеп төштөм. Йәнем көйөп, икенсе йәй үҙемә “кәзә” алдырттым. Бер көн, сәбәп табып, ағайҙы артҡа ултыртып алдым. Хәҙер иманыңды уҡытам мин, тип уйланым да елдерҙем генә. Ағай миңә ысҡындырмаҫлыҡ итеп йәбешеп алды ла ҡысҡыра: “Туҡта-а-а!” Шунан алып йәйәү йөрөһә йөрөнө, миңә башҡа ултырманы”. Ағайыңа “сдача” ҡайтарам тип, матай алып ятсы әле!
***
Ағаһы ярай ҙа ул, бер тапҡыр колхоз рәйесен урынына ултыртҡан. Ул ваҡытта ниңәлер ҡатындар йәйләүгә “кәзә” менән йөрөгән. Бер көн рәйес өр-яңы машинала килеп төшә. Яңы “тимер атын”, әй, маҡтай, әй, һыйпай. Машинаны аңламаған ҡатындарға ла уның бөтә характеристикаһын тыңларға тура килә. Бик ҡәнәғәт рәйес йәйләүҙән эш тамамланғас ҡына ҡайтырға сыға. Өләсәйем башҡа ҡатындарҙы йыйып ала ла: “Әйҙә әле уны ҡылайыҡ”, – тип планын һөйләй. Тиҙҙән “кәзә”гә атланған бер төркөм һауынсы ҡатындар, рәйестең өр-яңы машинанаһын саң араһында ҡалдырып, һыжлатып үтеп китә.
***
Ул “кәзә”һе менән милициянан да ҡасып йөрөгән. Әхирәте менән матайҙа еләк йыйырға барғандар. Биҙрәләре тулып, ҡайтабыҙ тип йөрөһәләр, ҡайҙан кәрәк, милиция килеп сыға. Күрәһең, мотоциклда бисә-сәсә йөрөй тип уйламай, кемдеке икәнен белешәләр. Өләсәй аптырап тормай: “Хужаһы урманға инеп китте”, — тип әйтә лә, әхирәтенә биҙрәләрҙе алып ҡырғараҡ китеп торорға ҡуша. Милиция ирҙең урман эсенән сыҡҡанын һағалай, өләсәй әхирәтенең тау башына менеп еткәнен ҡарап тора. Шунан йәһәт кенә “кәзә”һенә атлана ла, тауға үрелә. Хәлде аңлап ҡалған милиция хеҙмәткәрҙәре артынан төшә. Әммә урман араһында машина матайҙы баҫтыра аламы?
***
Был хәл өләсәйемдең йәшерәк сағында булған. Минең әсәйгә, беренсе балаһына, ауырлы сағы. Күрше ауылдан, силсәүиттән, нимә өсөндөр ҙур ғына сумма алып, йәйәүләп ҡайтып бара. Ярты юл үткәс, һуҡмаҡ уртаһында ҙур ҡарт бүрене күреп ҡала. Ярай, эргәһендә почтаның ҡумтаһы була, шуның башына менеп ултыра. “Ҡорһағымды саҡ күтәреп менеп алдым да илай башланым. Эсемдәге балам йәл, унан да нығыраҡ кеҫәмдәге аҡсам йәл... Алйот, ғүмерҙә лә аҡса тотоп йөрөмәгәс, шуны ҡыҙғанып илап ултырғанмындыр инде...” Ярай, трактор менән бер ауылдашы килеп сыға, шуның менән ҡайтып етә.
***
Ҡартатайҙың “ҡырын һала” торған ғәҙәте бар. Аптырай инем: эскесе ир менән нимәгә йәшәргә? Бер көн был һорауыма яуап алдым. Дөрөҫөрәге, бер төн. Ете төн уртаһында өләсәй көйәләнә: “Бабай ҡайтмағансы! Әллә берәй ҡайҙа үлеп ятамы икән? — тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөп тышты ҡарай. Шунан тиҙ генә өҫтәлдә ятҡан таштарын алды ла өндәшмәй генә өс тапҡыр ноҡот һалды. “Тере-е, — тип йылмайып ҡуйҙы. — Ҡыйыҡ аҫтында. Үрге Фәрит вахтанан ҡайтҡан ине, шундалыр”, — тип тынысланып, йоҡларға ятты. Иртәгеһенә: “Үҙең йәл түгел! Теләһә нимә эшлә! Үлеп ятһаң, бенсияң булмай бит. Ә миңә өйгә һыу үткәрер кәрәк!”— тигән булып ҡартатайҙы әрләгәнен ишеттем.
Ҡартатай ниңә эсә башлағандыр, белмәйем. Заманында колхоздың алдынғы эшсеһе булған. Ауылда иң беренсе телевизор, еңел машина алған кеше... Эсһә лә, өләсәй уны һәр саҡ аҡларға тырыша: “Урмандан ҡайтарып алып булмай: еләк, селек, бәшмәк, бөлдөргәнен үҙе йыйып, һата бит ул. Минең бабай урлап эсмәй, эшләп эсә!” — тип ебәрә.
Бына әле өләсәйем беҙҙе иҫләп ултыралыр, моғайын. “Эшкинмәгән саҡтарында килеп йөрөнөләр ҙә, эшкингәйнеләр береһе лә килмәй”, — тип һуҡраналыр. Килмәй ҡайҙа барырбыҙ, өләсәй? Киләбеҙ! Һау ғына булығыҙ!

Автор:
Читайте нас: