Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әкәмәт
15 Ноября 2022, 05:58

Бөгөнгө уҡытыусы Минира БИКӘНӘСОВА

«Рэш»ҡа инеп сығайым да Теркәләйем «ЕСОО»ға,

Бөгөнгө уҡытыусы      Минира БИКӘНӘСОВАБөгөнгө уҡытыусы      Минира БИКӘНӘСОВА
Бөгөнгө уҡытыусы Минира БИКӘНӘСОВА

«Рэш»ҡа инеп сығайым да
Теркәләйем «ЕСОО»ға,
«Решу» тестарын эшләтәм
ОГЭ-ға һәм ЕГЭ-ға.
«Ватсап”тағы чаттар аша
Эшләнә эштәр гелән.
Бөтмәҫ отчеттары килә
«Срочно» фарманы менән.
«Элжур»ға билдәләр ҡуйып
Төндәрен ултырайым.
Иртәгәлеккә дәрескә
План яҙып тултырайым.
«Учи ру»ҙа балаларға
Ебәрәйем эштәрен.
(Һиҙеп торам: атай-әсәй
Түҙә ҡыҫып тештәрен).
Конкурстарҙан, бәйгеләрҙән
Ҡотолоп булмаҫ ҡасып.
Танышайым шарттар менән
Почтамды тиҙерәк асып.
Ҡулдан төшмәй телефондар
Элемтәлә булырға!
Ваҡыт ҡалмай ноутбуктың
«Мышка»һын да ҡуйырға.
Ахрызаман билдәһеме:
Ваҡыт хәҙер тиҙ аға...
Белемле булып үҫерме
Хәҙерге бала-саға?

Фото: fms-kursk.ru

Автор:
Читайте нас