Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
18 Ноябрь 2022, 14:14

Тел бөтөп бара!

Тикшерелмәгән ойошма ҡалманы, ә проблема һаман бар. Әле лә “телебеҙ бөтә” тип яу һалыусылар күп. Шуға уйланылар-уйланылар ҙа, туған телгә бағышланған ҙур форум үткәрергә булдылар. Телгә ҡағылышы булған кешеләрҙе йыйҙылар. Хатта Мәскәүҙән бер ғалимды саҡырҙылар. Уныһы беҙҙең телде аңламағас, башҡаларға уныңса һөйләшергә тура килде. Сара дүртенсе көнгә саҡ бөттө. Ә бәлә һаман ҡалды.

Тел бөтөп бара!
Тел бөтөп бара!

“Телебеҙ бөтөп бара! Телебеҙ бөтөп бара!” Яу һала бөтә ғәләм. Ундай ҡотҡо сыҡҡанда тикшереүселәр ситтә ҡала алмай. Иң беренсе, билдәле, тел уҡытыусыларынан һорау алдылар:

– Телдең киләсәге һеҙҙең ҡулда! Нимәләр эшләнегеҙ?

– Беҙ күпте эшләнек! Дәрестәрҙе ҡалдырмай үткәрәбеҙ, китаптар уҡырға ҡушабыҙ, аҙналыҡтар ойошторабыҙ, – тине уҡытыусылар. – Бөйөк телебеҙҙең яҙмышы бер беҙҙән генә тормай, шуны ла аңлағыҙ, – тип киҫәтергә онотманылар. – Дәрестәр һаны кәмей, китаптар ауыр төҙөлә...
– Беҙ һеҙҙе ишеттек, – тине тикшереүселәр. Бер юлы ауыл хакимиәте башлығына инеп сыҡтылар. Унан да отчет һоранылар.
– Ниндәй тел? – Бәрәҙәк эттәрҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән ауыл хакимиәте башлығы ҡапыл аптырап ҡалды. – Ә, туған телебеҙме? Беҙ ни диктант яҙҙыҡ! Интернет тотмағас, клуб мөдире уҡыны, беҙ яҙҙыҡ. Тел тураһында, ана, район хакимиәтенән һорашығыҙ, улар ҙурыраҡ саралар ойоштора.
Район хакимәтендә тикшереүселәр килеүен алдан уҡ белеп торалар ине. Шат йылмайып ҡаршы алып, тура башлыҡ бүлмәһенә оҙаттылар. Башлыҡ күҙ ҙә йоммай барыһын әйтеп һалды:
– Хөрмәтле ҡунаҡтар! Был йылда беҙ иҫ киткес ҙур эштәр башҡарҙыҡ. Аныҡ ҡына әйткәндә, йыл башында Совет ултырышын туған телебеҙҙә үткәрҙек.
Башлыҡтың баш ҡағыуы булды, урынбаҫары тикшереүселәр алдына фото һәм видео-отчеттар килтереп һалды.
Бәйләнерлек урын тапмағас, тикшереүселәр баш ҡалаға юлланды. Унда Мәғариф министрлығы ишегенә туҡылдаттылар. Министр ҙа әҙер торған. Шунда уҡ тикшереүселәр алдына нисә милли балалар баҡсаһы, нисә милли мәктәп бар икәнен, был йылда күпме китап, күпме дәреслек сыҡҡанын раҫлаған ҡағыҙҙар һалды. Тикшереүселәр күреп тора: һандар, статистика алдамай. Кире үҫеш булған хәлдә лә үҫеш бит!
Тикшерелмәгән ойошма ҡалманы, ә проблема һаман бар. Әле лә “телебеҙ бөтә” тип яу һалыусылар күп. Шуға уйланылар-уйланылар ҙа, туған телгә бағышланған ҙур форум үткәрергә булдылар. Телгә ҡағылышы булған кешеләрҙе йыйҙылар. Хатта Мәскәүҙән бер ғалимды саҡырҙылар. Уныһы беҙҙең телде аңламағас, башҡаларға уныңса һөйләшергә тура килде. Сара дүртенсе көнгә саҡ бөттө. Ә бәлә һаман ҡалды.
Ахырҙа тикшереүселәр туған телдә яҙышҡан әҙиптәрҙән һорау алырға булды:
– Һеҙ – ғалимға тиң кешеләр, тел белгестәре! Туған телде һаҡлау өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?
– Мин туған тел тураһында шиғыр яҙҙым!
– Мин әсәм теле хаҡында поэма яҙҙым!
– Мин халҡым тураһында роман яҙҙым!
– Беҙ яҙабыҙ, баҫылабыҙ...
– Әҙиптәр үҙҙәренең хафалары менән бүлеште. – Әммә блогерҙар ҡамасаулай! Теләһә ниндәй мәғәнәһеҙ әйберҙәр төшөрөп, халыҡты рухи үҫештән әүрәтәләр.
Тикшереүселәр хәлде аңлап ҡалды, буғай: был эшкә блогерҙарҙы ҡушырға, уларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләргә кәрәк. Әммә блогерҙарҙың яуабы ҡыҫҡа булды:
– Беҙҙең бер маҡсат – аҡса эшләү. Туған телдә төшөргән вайндар менән бөтә илгә танылып булмай. Тел менән журналистар, баҫмалар шөғөлләнһен!
Тикшереүселәр улар менән ризалашмай булдыра алманы. Бына улар милли баҫма редакцияһына инде. Улар, ғәҙәтенсә, килгән ҡунаҡтарҙы шарт та шорт фотоға төшөрөп, гәзиткә мәҡәлә лә яҙып ҡуйҙы. Шул арала үҙҙәренең хәлен дә аңлатты:
– Беҙ нимә? Кәпикә аҡса алһаҡ та, эшләйбеҙ, тырышабыҙ, мөҡәддәс бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ. Беҙ – ысын патриоттар. Әммә халыҡ гәзит яҙҙырмай!
“Ысынлап та”, – тигән ҡарарға килде тикшереүселәр. Киттеләр былар халыҡтан һорау алырға.
– Ниңә милли баҫмаға яҙыл­майһығыҙ? Телебеҙ бөтөп бара бит! Беҙ уны һаҡларға тырышабыҙ, ә һеҙ...
– Һаман һаҡлап бөтмәнегеҙме ни?! – тип аптыраны халыҡ. – Беҙҙән нимә кәрәк? Мин балаларым, ейәндәрем менән туған телдә һөйләшәм, шул етмәйме ни? Аһ-аһ!..
Күпме йөрөһәләр ҙә тикшереүселәр ғәйеплене тапманы. Ҡарамаған ерҙәре, инмәгән тишектәре, һорау алмаған кешеләре ҡалманы. Ә бәлә ҡалды. Әллә тикшереүҙе был юлы үҙҙәренән башлаһындармы икән?

 
Автор:Загида Мусина
Читайте нас: