Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
6 Декабрь 2022, 16:13

Күгәргән бесән

Күгәргән бесән
Күгәргән бесән

Ни күҙе менән күрһен, Әхмәт­г­әрәй ҡарттың бер кәбән бесәнен урлап алып киткәндәр!Ваҡытында ташып ҡуя алманы шул. Ҡапыл ауырып китте. Бер айлап дауаханала ятырға ту­ра килде уға. Бына шунан ҡай­тыш­лай, кәбәнемә күҙ һалайым, тип, болондағы бесәнлеккә һу­ғылғай­ны.Әхмәтгәрәй ҡарт, ке­йәүе бүләк иткән кеҫә телефонын алып, шунда уҡ тейешле урынға хәбәр итте.

... Бер сәғәттән, быҙау ҙурлыҡ эт етәкләп, ике полиция хеҙмәт­кәре ауыл осонан килеп тә инде. Улар артынан эйәргән Әхмәтгә­рәй ҡарт, эткә еҫкәтергә тип, бер ус күгәргән бесән тотҡан. Урлан­ған кәбән төбөндә шул ғына тороп ҡалғайны.

Бына бер заман эт ауыл осонда йәшәүсе сәрхүш Сәләхиҙең ҡап­ҡаһына табан башын борҙо.

“Әһә! Ҡаптыңмы, сәрхүш?! – тип уйланы Әхмәтгәрәй ҡарт. – Минең бесәнде һатып, баш тө­ҙәт­теңме? Айнымаҫ башыңды төрмәлә серетәм мин һинең былай булғас!”

Тик эт, Сәләхиҙе ҡыҙғанған­дай, ферма ҡарауылсыһы Ҡор­манай­ҙарға табан ынтылды.

“Әһә! Эләктеңме, ҡараҡ?! – тип ҡыуанды Әхмәтгәрәй. – Ғүмер буйы ферма фуражын мал­­дарыңа ташының. Инде ми­нең бесәнгә лә күҙең төштөмө? Хә­ҙер бына үҙеңде ҡарауыллап аҫрая­саҡ­тар! Төрмәлә серейәсәк башың!..”

Әммә эт Ҡорманайҙарҙы ла урап уҙҙы. Унан полиция хеҙмәт­кәрҙәрен фермер Фәнәүиҙәргә та­бан һөйрәне.

“Әһә! Колхоздың ярты ба­ҫыуын баҫып алыу ғына етмәгән, инде шәхси хужалыҡтарға ла ҡул һуҙа башланыңмы, ҡомһоҙ?! Бына хәҙер ҡыҫҡартам мин һинең ҡулдарыңды!”

Ләкин эт Фәнәүиҙең күршеһе­нә табан тартылды.

“Әһә! Ҡаптыңмы?!” Әхмәт­гә­рәй ҡарт был йорт хужаһын да эттән алып эткә һалды, төрмә ме­нән янаны. Бына шулай һәр йорт хужаһын йә яуызлыҡта, йә уғрылыҡта ғәйепләп, яман тир­гәнеп килде ул. Ә эт һаман алға тартылды. Инде хәҙер ҡараҡтың тотоласағына тамам өмөтөн өҙгәйне ҡарт. Әммә шул саҡ полиция сержанты:

– Тапты-ы-ы-ҡ! – тип ҡыс­ҡы­рып еберҙе.

Бәй, бәй, ҡараһа, Әхмәтгәрәй ҡарт... үҙ ихатаһына килеп ингән дәһә! Ана, аҙбар артында уның кәбәне лә ултыра.

Эт өргән тауышҡа ҡарсығы атылып килеп сыҡты.

– Бүлнистән ҡастыңмы әллә, ҡартлас? Булыр ул һинән! – тине ул, эт етәкләгән полиция хеҙмәт­кәрҙәрен күргәс. – Былар һине баҫтырып килдеме әллә?

Эштең ниҙәлеген тиҙ аңлат­ты­­лар ҡарсыҡҡа.– Сирләп ятҡан кешегә бер ярҙам булыр, тип, бесәнеңде элекке көн бажаң килтереп ҡуй­ҙы бит, – тине ҡарсыҡ, ҡартына әрнеүле ҡараш ташлап. – Ғүмер буйы кешенән шикләнеп йәшә­нең...

Быны ишеткәс, Әхмәтгәрәй ҡарт шартлар хәлгә етте.

– Ах, яуыз! – тине ул, бажаһы тарафына йоҙроғон болғап. – Мине әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдыр­маҡсы булдыңмы?! Судҡа бирәм, төрмәлә серетәм мин һине!..

 

Зариф ШӘРИФУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: