Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
27 Декабрь 2022, 19:59

Хаҡ арта

Хаҡ арта
Хаҡ арта

 

 

Яңғыҙлыҡтан биҙгән Илшат оҙаҡ ҡына Альбина артынан күҙәтте. Бергә йәшәгән ҡатыны сығып киткәндән һуң, ул башҡа бер кем менән дә танышып та, аралашып та торманы. Илшат донъя көтөрлөк кеше түгел шул. Тормошондағы берҙән-бер бисә уны ташлағас та, артыҡ ҡайғырманы, киреһенсә, үҙен иркенерәк тоя башланы.

Теләһә, иртәнсәк уяна, теләмәһә, йоҡо һимертә. Теләһә калымға сыға, аҡса кәрәкмәһә, артын да ҡалҡытмай.

 

Әммә тәбиғәт үҙенекен итә, күрәһең. Бишенсе йылға яңғыҙлығы үтә ауыр бирелә. Ҡатын-ҡыҙҙы күрһә, әллә нимә эшләп ала ла китә. Үҙенән егерме йәшкә өлкән, инде алтмышты үҙған күршеһенең кер элгәнен ҡарап тороп, ауыҙ һыуы ҡойолғас, улай башҡа бармай, тип уйлап ҡуйҙы Илшат. Шуға ла Альбина тураһында ипләп кенә белешә башланы. Альбинаны ауылда “ИПышница” тиҙәр.Юҡ, ул магазин тотмай. Тәнен һата. Йәки үҙе әйтмешләй — “яңғыҙлыҡ фәрештәһе”. Башҡа ҡайҙа барһын инде Илшат? Яңынан ҡатын алһаң, уны ҡарарға, ашатырға, кейендерергәкәрәк. Ә Альбинаға берҙе түләйһең дә булды!

 

Шулай, өс аҙна тирәһе ҡыйыулыҡ йыйып, Альбинаның йортона килеп инде. Кәҫәһендәге биш йөҙөн йомарлап тотоп, нисек һүҙ башларға, тип уйланды. Әммә тәжрибәле Альбина шунда уҡ клиентын өҫтәл артына ултыртты.

 

— Әйҙә, башта сәй эсеп алайыҡ, — тип сәй яһаны. Илшат оялышынан телен йотто ла ҡуйҙы. Альбина быны тойопмы, әллә ғәҙәтенсәме яңғыҙы тытылдағы сыҡты:

 

— Йомортҡа бешерҙем. Аша. Мәйтәм, тауыҡ алырға кәрәк. Был күкәйҙәр яман ҡыйбатайған бит! Ун ыштугы һикһәнгә етеп бара! Китсе! Аптырайым, ул тиклем хаҡ ҡуйырға тауыҡтар зарплата арттырыуҙарын һорағандармы?

 

– Әллә, —тине Илшат, шаяртыуҙы аңламай.

 

– Хаҡ ғәләмәт арта бит! — Альбина уға иғтибар ҙа итмәне. — Доллар күтәрелһә арта, түбәнәйһә тағы ла арта. Етәкселәр арттырмағыҙ тиһәләр, пырадуктыларҙың күләмдәре кәмей башлай. Шәкәр һалып эс, – тине, сәйгә тотонған Илшатты күреп. Ир, тыңлаусан балалай, шунда уҡ шәкәргә ынтылды.

 

– Бына шәкәрҙе алайыҡ, — Альбина дауам итте. — Килоһы йөҙгә етеп килә! Хәҙер магазинда 500 грамлыҡты табырһың тапмайҙа! Хаҡы урынында тора ла ул, әммә үҙе кәмей! Шоколад аша, плитишный, — Илшаттың алдына шоколад шылдырҙы. — Улары ла башта 100 грамм ине, шунан 95 булды, хәҙер инде 85!

Илшат башын һелкеп кенә ризалашып, тыңлап ултырҙы. Бәләкәй генә сынаяҡҡа яһалған сәйен ике-өс йотомда эсеп бөттө лә “артабан нимә?” тигән һораулы ҡарашын Альбинаға төбәлтте.

 

– Аҡсаны мин алдан алам, үпкәләмә, — тип уныһы ҡулын һуҙҙы.

 

– Ярай-ярай, —Илшат шунда уҡ кәҫәһенән йомарланып бөткән 500 һумын сығарҙы. Альбина үҙенең кәҫәһенә һалып алды.– Был ғына етмәй, — тине ул шунан, Илшатҡа тағы ҡулын һуҙып. — Хәҙер — ете йөҙ.

 

– Н-нисек? — Илшаттың маңлайынан һалҡын тир килеп сыҡты. — Б-биш йөҙ тинеләр бит.

 

– Алдан шулай ине. Әйтәм бит, бөтә нәмәгә лә хаҡ арта.

 

– Һ-һиңә ләме?

 

– Аһ! Мин нимәм менән кәм? Бер ерем дә бәләкәсәймәй. Хатта тулыланып киттем әле ул! Артһа ла дөрөҫ арта. Иту өс йыл буйы бер үк хаҡ алдым! — Альбинаға Илшаттың һорауы бөтөнләй оҡшаманы.

 

– Атыу кәрәкмәй, — тип, башҡа аҡсаһы булмаған Илшат өҫтәл артынан торҙо. – Кире бир аҡсаны.

 

– Бирмәйем!

 

– Нишә?! – Илшаттың күҙе түңәрәкләнде.

 

– Аһ– Альбиның күҙе уныҡынан нығыраҡ түңәрәкләнде. —Һин миндә йомортҡа ашаның, шәкәрләп тороп, шикилатлап тороп сәй эстең, уның өсөн кем түләй?! Буштың атаһы үлгән! Башҡа нәмә кәрәкмәһә, дуй! Башҡа клиенттарҙы көттөрөп торма!

 

Альбина Илшатты эткеләп-төрткөләп сығарып ебәрҙе.

 

– Тфү! Хаҡ арта, имеш! — тип ҡапҡа төбөндә ир төкөрөп ҡуйҙы. Шулай ҙа өйөнә ҡайтыр урынға түмәрҙәре өйөлөп ятҡан ауылдаштары буйлап ҡалым эҙләп китте. Һорап килгәнен бирмәһә лә, Альбинанан Илшат бик яҡшы иҡтисади дәрес алды. “Ул бисә хаҡ арттырғас, мин дә хәҙер утынды ҡиммәтерәккә яра башлайым”, — тип уйлай ине Илшат...

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: