Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
5 Ғинуар 2023, 21:10

Венер Камаловты кем йоҡлатҡан?

Венер Камалов Өфө сәнғәт училищеһына 8-се  кластан һуң килә.

Венер Камаловты кем йоҡлатҡан?
Венер Камаловты кем йоҡлатҡан?

Венер Камалов Өфө сәнғәт училищеһына 8-се кластан һуң килә."Араларында иң йәше инем, - ти ул. Башҡа егеттәр, армиянан ҡайтып, үҙҙәренән 2 йылға түбән курсҡа ултырырға мәжбүр ине. Ауылдан сығып өйрәнмәгәс, шул тиклем һағынам. Әсәйемдең бешергән аштарын, бергә уйнаған дуҫтарымды, тыуған яҡтың урман-ҡырҙарын юҡһынып күңелем тула, илағым килә, йоҡлай алмай йонсойом. Харис Шәриповтан  миңә әкиәт һөйләп йоҡлатыуын үтенәм. Ул «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» китабынан миңә әкиәттәр уҡый. Шул батыр егеттәр, матур ҡыҙҙар тылсымына бирелеп, әүрәп, йоҡлап китә инем".

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: