Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
8 Ғинуар 2023, 11:55

Шиғыр яҙыусыға ҡулланма Венер ИСХАҠОВ

Ә-ә-ә, онотоп торам, тағы ла “әсәйемдең тыуған көнө”, “атайымдың юбилейы”, “дуҫымдың байрамы”  "үгәй атайға йыр"  кеүегерәк бағышлау шиғырҙары ла хәҙер киң үҫеш ала. Ундай шиғырҙарҙы эләктерә һалып, тиҙүк йыр яҙып, бер туҡтауһыҙ радионан, телевизорҙан әйләндерәләр.

Шиғыр яҙыусыға ҡулланма    Венер ИСХАҠОВ
Шиғыр яҙыусыға ҡулланма Венер ИСХАҠОВ

Эшһеҙлектән күҙегеҙ шартларҙай булып, аптырағандан өйөгөҙҙәге берҙән-бер, уныһы ла өҫтәлдә таба ултыртып йөрөгән шиғыр китабын ҡулығыҙға алдығыҙ, ти. Шул саҡ күҙегеҙ “халҡым өсөн йән атам”, “минең туған телем”, “тыуған ауылым, һине һағындым” тигән шиғыр юлына төштө. Ҡайһылай матур шиғыр! Тос фекер! Туҡта, саҡ ҡына башыңды эшләтһәң, бындай ғына шиғырҙы һин дә әтмәләй аласаҡһың. Ысынлап та, һин кемдән кәм? Берәү ҙә, мал духтыры шағир булырға тейеш түгел, тигән закун сығармаған әле. Бары ҡара тырышлыҡ ҡына кәрәк. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң.
Шиғырҙың икенсе, дүртенсе юлындағы бер-береһенә оҡшаш аҙаҡҡы һүҙҙәр бар бит әле, ул рифма тип атала. Шиғыр өсөн иң мөһиме шул. Бик булмаһа, бер иш һүҙҙәр эҙләп баш ҡатырмаһаң да ярай. Гелән генә нух заманынан ҡалған бер ҡалыпҡа сайыр һымаҡ йәбешеп ятырға тимәгән дә. Кем дә булһа ҡыйыулығы, башы, зиһене етеп, яңылыҡҡа юл асырға тейеш. Уныһын шиғриәтте аңламаған томаналарға новаторлыҡ, тиерһең. Ә дуҫтарың “үҙенсәлекле ижадсы” тип ҙурлар.
Шунан шиғыр яҙа башланың, ти. Бының өсөн тема һайлай белеү бик кәрәк. Бөгөнгө заманда ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк – шуны иҫеңдән сығарма! Мәҫәлән, туған тел, милләтем өсөн янам, үләм, ер һатыу, фәхишәлек тигәнерәк темалар. Унан бөтә ижад емеше лә үтә ябай, халыҡҡа аңлашылып торорға тейеш түгел. Шуға ла ни етте кеше яҙа алмай уны. Ҡатмарлы, халыҡ бик ишетмәгән һүҙҙәрҙе ҡулланырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, асман, дастан, абдан, бинзәү, тел-лөғәт… Әгәр ҙә ундай-бындай һүҙҙәр бик башығыҙға килмәй икән, ана, магазиндарҙа һүҙлектәр бөтәһе түгел. Соҡонорға ғына йыбанма. Һеҙҙең шиғырҙы тыңлаған кеше, был бигерәк аҡыллы, беҙҙең төшкә лә инмәгән һүҙҙәрҙе ҡайҙан беләлер, тип шаҡ ҡатһын. Белгең килһә, кеше башы етмәгәнерәк һүҙҙәр философия, тәрәнлек була.
Ә-ә-ә, онотоп торам, тағы ла “әсәйемдең тыуған көнө”, “атайымдың юбилейы”, “дуҫымдың байрамы” кеүегерәк бағышлау шиғырҙары ла хәҙер киң үҫеш ала. Ундай шиғырҙарҙы эләктерә һалып, тиҙүк йыр яҙып, бер туҡтауһыҙ радионан, телевизорҙан әйләндерәләр.
Шағир халыҡ араһында йыш йөрөргә, аҡыллы, матур итеп сығыш яһарға тейеш. Телмәрегеҙ бормалы-бормалы, ғәҙәти кеше аңламаған һүҙҙәргә бай булһын. Шуның өсөн дә ул шағир! Шағир! Һүҙҙәр инженеры! Телмәр тотҡанда Софокл, Шекспир, Байрон, Бальзак һәм башҡа шундайыраҡ шәхестәрҙең исемен йыш телгә алырға онотма. Уларҙың аҡыллы һүҙҙәрен мейегеҙгә һеңдерегеҙ, хәтерегеҙҙә ҡалмай икән, яҙып алығыҙ, мөмкин ҡәҙәр ҡыҫтырып һөйләгеҙ. Халыҡ алдына сыҡҡас, тамашасыларға бер талай ҡарап алығыҙ, унан, тамаҡ төбөн ҡырып, һүҙ башлағыҙ. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе пауза яһап, ҡабат-ҡабат әйтегеҙ.
Шағир ғәҙәти әҙәмдәрҙән кейеме менән дә айырылып торорға тейеш. Шуға ла өҫ-башығыҙға иғтибар итегеҙ, күлдәк-галстуктарҙың үтә сағыуын һайлағыҙ. Өфө урамынан килгәндә, ана фәлән-фәлән шағир килә, тип әллә ҡайҙан танып торһондар. Башҡалар менән берүк бутап ҡуймаһындар тип үҙегеҙҙең имиджығыҙҙы булдырығыҙ. Муйынығыҙға бик үҙенсәлекле генә итеп шарф та урағыҙ.
Шиғыр яҙыу ҡатмарлы эш түгел ул, бүстәк кенә. Ә бына шағир булып танылыу өсөн иң тәүҙә ҡара тырышлыҡ, әрһеҙлек кәрәк булыуын онотмағыҙ. Гәзиттә баҫтырыу, китап итеп сығарыу, ай-һай, еңел эш түгел. Шуға ла “Ишектән ҡыуһалар, тәҙрәнән килеп ин” тигән әйтемде тормош девизың итеп ал. Юғиһә шиғриәтте аңламаған ҡара йөрәкле әҙәмдәр арҡаһында һинең талантың аяҡ аҫтында тапалып ҡалыуы, исемеңде бер кем дә белмәүе көн кеүек асыҡ.
Үлемһеҙ әҫәрҙәрегеҙҙе редакцияға тотоп килгәндә, ауыҙығыҙҙы күтәреп килмәгеҙ. Әҙ-мәҙ һуғырға яратҡаныраҡ абзый ултырһа, муҡсайығыҙға әсе-сөсөһөн, закускаһын тығып барырға онотмағыҙ, аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. “Бүләге үткәндең һүҙе лә үтә” тигәнде бер минутҡа ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
“Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын” тигән әйтемде лә берүк иҫегеҙҙән сығарып ҡуймағыҙ. Бигерәк ижад эшендә кәрәк был. Әлеге заманда влийәтилнәй дуҫ-ағайҙарҙың булыуы шарт. Шуға ла әҙерәк кәгергә яратҡан ағайҙар янында уралырға тырышығыҙ. Улар бахмурҙан башы емерелеп, донъянан ваз кисергә йөрөгәндә, әллә ҡайҙан “йәлп” итеп килеп сығаһығыҙ ҙа, үҙен кафеға алып керетеп, әҙәм рәүешенә индерәһегеҙ – дуҫлыҡҡа күпер һалыу өсөн шәп форсат.
Э-й-й-й, ерле онотоп торам, тағы ла уңайы сыҡҡан һайын дәрәжәле шәхестәр, шағирҙар менән кәртешкәгә төшөргә онотмағыҙ. Үҙегеҙ менән фотоаппарат йөрөтһәгеҙ, тағы ла йәтешерәк булыр. Кәрәкле генә урында – шарт! Юбилейығыҙ ваҡытында гәзиткә биргәндә бик тә йәтеш буласаҡ.
Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәрҙең күңел тарлығын беләһегеҙ. Бигерәк тә ижад кешеләре тереләй кимерергә әҙер. Әйләнгән һайын артығыҙҙан “бездарь” тип сәйнәүҙәре көн кеүек асыҡ. Әммә мирауай дуҫтарығыҙ барында, бындай ғына нәмәләр бүстәк кенә. Иң мөһиме – яҡлап һүҙ әйтерҙәй кешең булһын. Кәрәкле генә урында һеҙҙе күккә сөйөп маҡтаһа, теге әҙәм бығаса шундай ҙа талант барлығын белмәүенә үҙе ғәрләнер. Ул ваҡыттамы-ы-ы-ы! Премияларын да алырһың. Эйе, эйе, шағир кеше мотлаҡ премия алырға тейеш. Тәүҙә берәй колхоздыҡын, унан – райондыҡын. Тора-бара, әлбиттә, ауыҙыңды асып йөрөмәһәң, дәүләттекен дә алып ҡуйырһың. Унан халыҡ шағиры исемен дә бирерҙәр…
Рәхим ит шиғриәт иленә! Бында һәр кемгә урын етерлек.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: