Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
22 Ғинуар 2023, 11:25

Әхирәтемә сер һөйләгәйнем

Йөрәгегеҙҙе өйкәп торған серегеҙҙе әхирәтегеҙгә һөйләнегеҙ, ти. Ул быны бер кемгә лә әйтмәҫкә вәғәҙә бирҙе. Әммә күп тә үтмәҫ, был хаҡта бөтә донъя беләсәк. Ә һеҙ шундай хәлдә ҡалғанығыҙ бармы? 

Әхирәтемә сер һөйләгәйнем
Әхирәтемә сер һөйләгәйнем

Йөрәгегеҙҙе өйкәп торған серегеҙҙе әхирәтегеҙгә һөйләнегеҙ, ти. Ул быны бер кемгә лә әйтмәҫкә вәғәҙә бирҙе. Әммә күп тә үтмәҫ, был хаҡта бөтә донъя беләсәк.

Белгестәр билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙың сер тотоу түҙемлеге ни бары 32 минутҡа етә икән. Һәр унынсы ҡатын бөтөнләй сер һаҡлай белмәй, 85 проценты башҡаларҙан ишеткән имеш-мимештән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерә. Шул уҡ ваҡытта әхирәтегеҙҙең дә әхирәте булыуы бар бит әле.

Әйткәндәй, "Сер тотмаҫ өйрәк" тигән әкиәтте иҫләйһегеҙме? Унда өйрәк барлыҡ серҙе һөйләп йөрөү арҡаһында үҙе һәләк була, йорттағы башҡа хайуандарҙың, ҡоштарҙың дуҫлығын емерә. Тимәк, серҙе һаҡлай белеү ҙур һәм яуаплы эш, изге бурыс, намыҫ эше.

Фото: ru.dreamstime.com

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: