Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
10 Февраль 2023, 13:24

ӨЙҘӘ НИ БУЛҒАН?

Атай өйгә инде. Ситке бүлмәлә үк тәртипһеҙлек күҙгә ташланды. Залда телевизор бар көсөнә ҡысҡырып эшләп ултыра. Иҙән тулы уйынсыҡтар, кейемдәр туҙып ята. Кухняла бысраҡ һауыт-һаба... Һыуытҡыстың ишеге ябылып бөтмәгән, сыйылдап тауыш биреп тора. Иҙән тулы шәкәр түгелгән...

ӨЙҘӘ НИ БУЛҒАН?
ӨЙҘӘ НИ БУЛҒАН?

Атай кискеһен эштән ҡайтты ла өс балаһы ла урамда пижамала уйнап йөрөгәнен күреп аптыраны. Улар бысранып бөткән ине. Атай өйгә инде. Ситке бүлмәлә үк тәртипһеҙлек күҙгә ташланды. Залда телевизор бар көсөнә ҡысҡырып эшләп ултыра. Иҙән тулы уйынсыҡтар, кейемдәр туҙып ята. Кухняла бысраҡ һауыт-һаба... Һыуытҡыстың ишеге ябылып бөтмәгән, сыйылдап тауыш биреп тора. Иҙән тулы шәкәр түгелгән. Бәй, һауытын төшөрөп ватҡандар икән. Ир быяла онтағына баҫыуҙан ҡурҡып, аяҡ ослап ҡына атлап ҡатынын эҙләп китте. Йыуыныу бүлмәһенә күҙ һалды: еүеш таҫтамалдар, һабын, тағатылған туалет ҡағыҙы барыһы бергә буталған, теш пастаһы стенаға, көҙгөгә һыланған.

Ир аптырап йоҡо бүлмәһенә атланы. Унда түшәктә ҡалас кеүек йомарланып ятҡан ҡатынын күрҙе. Ул төнгө күлдәктә килеш китап уҡып ята ине. Ҡатын иренә ҡараны ла йылмайҙы, хәлдәрен һораны.
Ир һорауға һорау менән яуап бирҙе:
- Бында нимә булды? Ауырып киттеңме әллә?
Ҡатын тағы йылмайҙы:
- Һин эштән ҡайтҡан һайын минән ”Көнө буйы нимә эшләнең?” - тип һорайһың. Хатта шелтәләйһең, эйеме?
- ?..
- Һәм бына бөгөн мин бер нәмә лә эшләмәнем...

"Зөһрә Йондоҙ" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: