Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
17 Март 2023, 16:18

Бисәһе ҡарамай инде...

Бисәһе ҡарамай инде...
Бисәһе ҡарамай инде...

– Магазинда Саматты күрҙем, – тине иренә Әҡлимә аҙыҡ-түлек менән тулған тоҡсайҙарын иҙәнгә ҡуйған арала.

– Ниндәй Саматты? – тине ире телевизорҙың тауышын ябып.

– Класташ Саматты, – һатып алғандарын һыуытҡысҡа теҙә-теҙә дауам итә Әҡлимә.

– Шунан? – Һөйләшеү оҙаҡҡа һуҙылырын самалап, ире, телевизорын һүндереп, уңайлыраҡ ултырып алды.

– Иҫ-аҡылым китте!

Сәй ҡуймайһыңмы? – тип бүлдерҙе уны ире.

– Хәҙер, – Әҡлимә тоҡсайҙарын бушатыуҙан туҡтап, сәйнүк һыжлатты. – Мәктәптә һөлөк кеүек егет ине! Һәйбәт уҡыны, эш боҙоп йөрөмәне. Хәҙер! Күрһәңсе! – Әҡлимә күҙҙәрен түңәрәтләтеп иренә ҡараны.

– Асыҡтырҙы ла, – тине уныһы.

– Хәҙер, – тип Әҡлимә йомортҡа ҡура башланы. – Кейемен әйтеп бирәйем! Салбары тубыҡланған! Пинжәгенең еңе яп-ялтыр!

– Китсе, – тип ире дивандан өҫтәл артына ҡунып ултырҙы.

– Эстәге күлдәге үтекләнмәгән. Яғыһы бысраҡ. Йонсоп, ябығып бөткән! Шундай егетте бөтөргән!

– Кем бөтөргән? – тип йомортҡа көйшәне ире.

– Кем булһын! Бисәһе! Бисәһе ҡарамай инде! Шул әйберҙәрен йыуып биреп булмаймы икән? Күлдәк үтекләү ҙә ауыр эш түгел! Ялҡау бисә алһаң, шулай була инде. Китсе...

– Һуң ул айырылды лайы. – Ире “һәпәр” итеп өҫтәл артынан диванға күсте.

– Саматмы?! Ҡасан? – һауат-һаба йыуып торған Әҡлимә ҡолағына ышанманы.

– Бер ай элек... Мунса бөткән, шикелле.

– Хәҙер барып ҡарайым. Иҙәнен йыуам да, килерһең. Кейемдәреңде алдым, – тип Әҡлимә йүгереп мунсаға сығып китте.

– Ярай, әсәй... Әй, тфү, Әҡлимә, – тип ире телевизорҙың тоҡандырып, мунса көтә башланы...

 

Айгөл СӘЛИХОВА

 

Автор:
Читайте нас: