Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
19 Март 2023, 18:40

Сибайҙа сусҡа ла хәләл икән

Тегеү фабрикаһы артында бер кибет. Мин: "Сусҡа нисек хәләл булһын ул?"-тип һорағанға, һатыусы: "Беҙ уны муллаға алып барып, өшкөртөп салдырҙыҡ", -тине.

Сибайҙа сусҡа ла хәләл икән
Сибайҙа сусҡа ла хәләл икән

Был фотоһүрәтте  "Үәт, әй" төркөмөндә биргәндәр. Быға ҡарата бихисап комментарийҙар яҙғандар. Бер ханым хатта: "Бер йыл һабантуйға барған инем. Унда хәләл тип яҙылған палаткала сусҡа итенән шашлык та һатыла ине. Мин: "Сусҡа нисек хәләл булһын ул?"-тип һорағанға, һатыусы: "Беҙ уны муллаға алып барып, өшкөртөп салдырҙыҡ", -тине. Мин: "Ниндәй мулла сусҡа салһын?"- тигәнгә, һатыусы: "10 мең аҡса биргәс, салды", -тине. Шунан уйлап ҡуйҙым, ул мулла, "мулла буламы ни икән?"- тип. Әле был постты күргәс шул хәл иҫкә төштө. Әгәр муллалар өшкөрөп салһалар, сусҡа ла хәләлгә әйләнә икән?

Сығанаҡ: "Үәт, әй"

Автор:
Читайте нас: